Күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың 90 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә «Сейәле тау» драмаһы буйынса спектакль премьераһы әҙерләнә. Кисә генә мәктәп тупһаһынан сығып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫырға торған ҡыҙ баланың яҙмышы һәм уның ниндәй юлдан китеүенең ни тиклем мөһим булыуы спектаклдең төп темаһы булып тора. Драманың героиняһы, ауыл ҡыҙы Зөһрә матур тормош тураһында хыяллана. ҡыйыу һәм үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусан ҡыҙҙың маҡсаты – ҡалаға китеү, университет тамамлау һәм тормошон үҙе теләгәнсә ҡороу. Тик берҙән-бер көндө уның пландары юғарыраҡ дәрәжәгә күтәрелә. Көтмәгәндә уларға Швейцариянан ҡунаҡ килеп төшә. Ул, Зөһрәгә алтын тауҙар вәғәҙә итеп, уны үҙе менән сит илгә алып китә.
Яңы тамаша 30, 31 мартта театр һөйөүселәргә тәҡдим ителәсәк. Әлеге көндә спектаклдең режиссеры Олег Ханов, рәссамы Альберт Нестеров, композиторы Юлай Үҙәнбаев театр артистары менән берлектә ошо премьераға әҙерләнә.