-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

«20 йыл һеҙҙең менән – йырҙарым, тамашасыларым!»

17 мартта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Урал моңо», «Дуҫлыҡ йыры», «Яҙғы моңдар», «Ирәндек моңдары» кеүек абруйлы йыр конкурстары лауреаты, «Ихлас» эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе Радик Вәлмөхәмәтов «20 йыл һеҙҙең менән – йырҙарым, тамашасыларым!» исемле юбилей концертына саҡыра (сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссер – Салауат Итбаев).

Әбйәлилдең моңло егете йырҙарын оҫта һәм үҙенсәлекле, композиторҙар әҫәрҙәрен моңло һәм хисле итеп башҡарыуы менән айырылып тора. Ул – күптәр­ҙең яратып тыңлаған йырсыһы.
Программала – яңы йырҙар, бейеүҙәр һәм юмор. Бары тик һеҙҙең өсөн Лилиә, Хәлит һәм Илшат Фәтиховтар, Рушан Биктимеров, Рәмил Хажиев, Радик Ғабдуллин, Ләйсән Сәлимгәрәева, Хима Йәнбирҙина, Сүриә Ғималова, Лилиә Хажғәлиева, Илгиз Харисов, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Олег ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры сығыш яһаясаҡ.
Киске сәғәт 7-лә башланасаҡ концертҡа рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасылар!