-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Хуш килдегеҙ, мордва туғандар!

Сараны уҙғарыу өсөн беҙгә Мордовиянан рәсми делегация килде. Уның составында Мордва Республикаһы Хөкү­мәте рәйесе урынбаҫары – мәҙәниәт министры Петр Тултаев, милли сәйәсәт министры Александр Лузгин, уның урынбаҫары Александр Карьгин, фин-уғыр халыҡтарының Волга буйы мәҙәни үҙәгенең башҡарыусы директоры Юрий Мишанин, Мордовия­ның берләштерелгән республика крайҙы өйрәнеү музейы директоры Павел Калигин һәм матбуғат баҫмалары етәкселәре бар ине. Рәсәй төбәктәрендә Мордовия көндәрен уҙғарыу былтыр, йәғни 2010 йылда башланған. Саранск делегациялары илдең 20 субъектында булған. Быйылғы сәфәрҙә милли төбәктәр араһынан Башҡортостан тәүгеһе.Мордва Республикаһы көндәре сигендә Конгресс-холда «Мордва халҡының мәҙәниәте – күп милләтле Рәсәй ҡаҙанышы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Ошо уҡ бинала мордва оҫталарының ҡул эштәре, китаптар күргәҙмәһе эшләне.

Хуш килдегеҙ, мордва туғандар!
Сараны уҙғарыу өсөн беҙгә Мордовиянан рәсми делегация килде. Уның составында Мордва Республикаһы Хөкү­мәте рәйесе урынбаҫары – мәҙәниәт министры Петр Тултаев, милли сәйәсәт министры Александр Лузгин, уның урынбаҫары Александр Карьгин, фин-уғыр халыҡтарының Волга буйы мәҙәни үҙәгенең башҡарыусы директоры Юрий Мишанин, Мордовия­ның берләштерелгән республика крайҙы өйрәнеү музейы директоры Павел Калигин һәм матбуғат баҫмалары етәкселәре бар ине. Рәсәй төбәктәрендә Мордовия көндәрен уҙғарыу былтыр, йәғни 2010 йылда башланған. Саранск делегациялары илдең 20 субъектында булған. Быйылғы сәфәрҙә милли төбәктәр араһынан Башҡортостан тәүгеһе.
Мордва Республикаһы көндәре сигендә Конгресс-холда «Мордва халҡының мәҙәниәте – күп милләтле Рәсәй ҡаҙанышы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Ошо уҡ бинала мордва оҫталарының ҡул эштәре, китаптар күргәҙмәһе эшләне.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина белдереүенсә, Башҡор­тостанда республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡтар­ҙың милли-мәҙәни үҫеше аспекттарын көйләүсе тейешле ҡануниәт булдырылған. Был юҫыҡта «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһын атап китмәү мөмкин түгел. Программаға, әлбиттә, мордва халҡының фольклорын, мәҙәниәтен, телен һаҡлау йүнәлештәре лә индерелгән. Был хаҡта БР мәҙәниәт министры Асҡар Абдразаҡов та ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Башҡортостан менән Мордва Республикалары 1998 йылда гуманитар тармаҡта һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында Хөкүмәт-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгәйне. Был документ Башҡортостан мордваларының тарихи төйәктәре менән бәйләнешен нығытыуға ла ҙур йоғонто яһай.
Мордва Республикаһы көндәренә арналған саралар исемлегендә ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарына алып барыу, унда мордва милләте өсөн эшләнгән эштәр менән таныштырыу ҙа күҙалланғайны. Делегация вәкилдәре сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды, Башҡортостан етәкселегенә мордваларға, ғөмүмән, һәр милләткә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Әйткәндәй
Башҡортостанда 26 меңдән ашыу мордва бар. Диаспора, башлыса, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Шишмә райондарында көн итә. Был милләт балалары туған телен белһен өсөн республикала күп эш эшләнә – 13 мәктәптә мордва теле уҡытыла, 442 уҡыусы телде предмет булараҡ өйрәнә, 11 мордва теле һәм әҙәбиәте кабинеты булдырылған. Стәрлетамаҡ педагогия колледжында башланғыс кластар һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн белгестәр әҙерләнә. Мордва телен өйрәнеүсе балаларҙың төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, тәүге урындарға лайыҡ булыуын да өҫтәһәк, киләсәктә республикабыҙҙа йәшәүсе һәр йәш мордваның үҙ телен камил беләсәгенә шик юҡ.
А. ИШЕМҒОЛОВА.