Бөтә яңылыҡтар

Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамы

Мәсетле районында үткән бәйгелә ағас ҡумыҙҙа ла уйнаныларҡумыҙ – башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә. Шуға ла республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә.

Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамы
Гөрләп торҙо ҡумыҙ байрамы
Читайте нас: