Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраль 2011, 14:45

Илсур Тайсин гастролгә сыҡты

Популяр пародист, юморист, ҡурайсы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илсур Тайсин республикабыҙҙың көньяҡ райондары буйлап гастролгә юлланды. Бөгөн үҙенең тамашаһы менән ул Әбйәлил районының Асҡар ауылында сығыш яһай. 9 февралдә – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында, 10-ында – Йылайыр районының Йылайыр ауылында, ә 11 февралдә Ейәнсура районының Иҫән­ғол ауылында концерттары үтәсәк. Йырсы Фәриҙә Ишемйәрова, Башҡор­тос­тандың атҡаҙанған артисы, юморист Хәким Мортазин һәм ҡурайсы Фәиз Шәрипов ҡатнашлығындағы йырлы-моңло, көлкөлө тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килер.

Читайте нас в