-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраль 2011, 14:01

Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла

Республикабыҙҙа 150-нән ашыу милләт көн итә. 60-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия эшләп килә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Рустар Соборы, БР сыуаштары канашы халыҡ мәнфәғәттәрен, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай.

Бынан тыш, удмурт, йәһүд («Кохав»), украин («Кобзарь»), латыш, керәшен, чечен («БАРТ»), төркмән, әрмән («Севан»), әзербайжан, белорус («Спадчына»), ҡаҙаҡ («Ак Бата») милли-мәҙәни үҙәктәре, сыуаш мәҙәниәте ойошмаһы, мари («Марий Ушем»), мордва милли-мәҙәни автономиялары, поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге, тажик һәм фарсы телле халыҡтар ассоциацияһы («ПАЙВАНД»), Ш. Руставели исемендәге грузин мәҙәниәте үҙәге бар. Һәр береһендә милләт вәкилдәре үҙ-ара йыйылып, теле, мәҙәниәте һәм тарихын өйрәнә, аралаша, таныша.
Өфөлә 1995 йылдан БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы эшләй.
Республикала баҫылған йөҙҙән ашыу гәзит-журналдың төрлө телдә булыуы ла бында йәшәүсе халыҡтар­ҙың күңел талабына ярашлы булыуы хаҡында һөйләй. 60-тан ашыу рус телендә, 56 – башҡорт, 32 – татар, өсәр – мари һәм сыуаш, удмурт телен­дә бер гәзит-журнал бар. Бер журнал өс телдә – урыҫ, башҡорт, инглиз телендә сыға. 2006 йылдан дубляж гәзиттәре үҙаллылыҡ алып, милли баҫмалар һаны тағы ла артты.
Милли йолалар һаҡланыу, үҙаң тергеҙелеү республикала тарихи-мәҙәни үҙәктәр асылыу менән тағы ла көсәйҙе. Халыҡ ынйыларын, быуат­тар­ҙан тапшырылып килгән йолалар­ҙы, үҙенсәлекле традицияларҙы һаҡлаусы усаҡ бит улар. Баш­ҡортостандағы бындай тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә өйрәнә, сөнки уларҙа әлегә бындай үҙәктәр юҡ. Республикала эшләгән «Урал» башҡорт халыҡ үҙәген, «Аҡ тирмә»не, Башҡорт йәштәре иттифағын, «Сәхипжамал» татар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларын да, милләттәр мәнфәғәтен яҡлаусылар тип, миҫалға килтерергә мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан – ысынлап та, татыу милләттәр гөлләмәһе. РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. Путиндың Президент сағында уҡ һоҡланып әйткән һүҙҙәре хәҙер матур баһа булып телдән-телгә йөрөй: «Башҡортостанда бер тамсы һыу кеүек үҙенең мәҙәниәттәр, дин, тел төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән күп милләтле Рәсәй сағыла».

А. ИШЕМҒОЛОВА.