-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Февраль 2011, 14:43

«Моң» студияһынан – яңы дискылар

«Йәш йүнәлеш» йәштәр йыйынтығы сыҡты. Ул – МР-3 форматында. Диск «Йәш йөрәктәр» һәм «Йәш йүнәлеш» төркөмдәренең берҙәм эшен сағылдыра. Унда Радик Юлъяҡшин, Dany, Zindan, Илгиз Абдрахманов һәм бүтән йәш йырсыларҙың йырҙары тупланған. «Музыкаль фишка», «Моңдаръя» МР-3 дискылары ла йәштәрҙең күңеленә хуш килер. «Йондоҙло футбол» йыйынтығы республикабыҙҙың төрлө йәштәге халҡы яратып тыңлаған йырҙарҙан тора. Унда Өфөнөң «Динамо» стадионында журналистар менән ярышып футбол уй­наған йырсы­лар­­ҙың шәп йыр­­ҙары туплан­ған. Шулай уҡ проекттың DVD-диск варианты ла бар.Ғәзим Ильясов­тың «Бәхетлемен» тип исемләнгән альбомы һәм шундай уҡ исем аҫ­тында DVD-дискыһы донъя күрҙе.

«Йәш йүнәлеш» йәштәр йыйынтығы сыҡты. Ул – МР-3 форматында. Диск «Йәш йөрәктәр» һәм «Йәш йүнәлеш» төркөмдәренең берҙәм эшен сағылдыра. Унда Радик Юлъяҡшин, Dany, Zindan, Илгиз Абдрахманов һәм бүтән йәш йырсыларҙың йырҙары тупланған.
«Музыкаль фишка», «Моңдаръя» МР-3 дискылары ла йәштәрҙең күңеленә хуш килер.
«Йондоҙло футбол» йыйынтығы республикабыҙҙың төрлө йәштәге халҡы яратып тыңлаған йырҙарҙан тора. Унда Өфөнөң «Динамо» стадионында журналистар менән ярышып футбол уй­наған йырсы­лар­­ҙың шәп йыр­­ҙары туплан­ған. Шулай уҡ проекттың DVD-диск варианты ла бар.
Ғәзим Ильясов­тың «Бәхетлемен» тип исемләнгән альбомы һәм шундай уҡ исем аҫ­тында DVD-дискыһы донъя күрҙе.
«Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына» МР-3 дискыһы Ирек Ноғоманов­тың йырҙарынан тора.
Дискылар­ҙы «Моң» студияһында, «Меркурий» һәм «Экватор» сауҙа үҙәктәрендә табыр­ға була.