-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
1 Февраль 2011, 14:38

«Бер нәмәгә ҡарамай, алға атлаясаҡмын»

Искәндәр Ғәзизов «ҡолон», «Өфө йүкәләре», «ҡарағай урманында» һәм башҡа йырҙары менән тамашасы, айырыуса өлкән быуын яратып тыңлаған йырсыларҙың береһенә әүерелде лә китте. «Гәлсәр һандуғас» телефестивале уны Башҡортостан сәхнәһенә алып сыҡты. Ә тыңлаусылар шундуҡ йырсының тауышын бүтән әллә күпме башҡарыусыныҡы араһынан айырырға өйрәнде. Әммә Искәндәрҙең йырлы-моңло тормошо күпкә алдараҡ башланған. Бала саҡ хыялынан. Йырға һәләте атаһынан килә уның. Һоҡланып, ғорурланып телгә ала атаһын егет. «Әлегәсә атайым йырлап ебәрһә, аһ итерлек була ла ҡуя. Оло йәштә булһа ла, үәт тауыш унда!» – ти ул. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда «Өфө егеттәре» вокаль ансамбленең төп солисы була. Дискылары ла сыға. Аҙаҡ сәнғәт академияһына уҡырға инә, үҙен «Гәлсәр һандуғас»та һынай. Әлеге мәлдә, уҡыуын тамамлап, филармонияла эшләй. Бер юлы икенсе юғары белем дә үҙләштерә. Уның әлеге көнитмешен, пландарын белер өсөн бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Сәхнәлә йыш күренһәгеҙ ҙә, тормошоғоҙ тураһында күптән ишеткәнебеҙ юҡ...
– 2010 йыл минең өсөн ваҡиғаларға бай булды. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, профессиональ йырсы һөнәрен үҙләштереүем тураһында диплом алып ҡыуандым.
Ғөмүмән сәнғәт­һеҙ, йырһыҙ тормошомдо бөтөнләй күҙ алдына ла килтерә алмайым. Тәҡдимдәр күп булды, әммә Хоҙай Тәғәләнән кешегә ниндәйҙер һәләт бирелә икән, баянсымы ул, йырсымы, бейеүсеме, актермы, бүтән эш менән шөғөллән­һә лә, йөрәгендә барыбер нимәлер яратҡан эшенә тартып, борсоп торасаҡ. Йырсы булыу бала саҡтан уҡ килгән хыялым бит инде. Мин йырға, моңға бик ныҡ өйрәнгәнмен.
Беҙ Хоҙайҙан бирелгән һәләтебеҙҙе байытырға, үҫтерергә тейешбеҙ һәм халыҡтың йөрәгенә еткерергә бурыслыбыҙ.

– Ижад кешеһе үҙенә үҙе хужа түгел, уға, талантына халыҡ хужа, тигән фекер ҙә бар бит...
– Уның менән тулыһынса килешәм. Беҙгә халыҡ хужа. Тамашасы беҙҙе ҡанатландыра, рәхмәт әйтә һәм шул уҡ ваҡытта тәнҡитләй. Һәр ҡылығыңа, йырыңа баһа бирә. Халыҡ үҙе артис­ты, уның йырҙарын һайлап ала. Был айырыуса йырсының концертында күренә. Төрлө һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә, ғәйбәт тә етерлек. Әммә был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмайым, бирешмәйем һәм би­реш­мә­йәсәкмен дә.

– Йырҙы халыҡ һайлар алдынан йырсы үҙе һайлай. Һеҙ ниндәй йырҙар­ға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Беренсенән, йыр һайлағанда уның мәғәнәһенә иғтибар итергә кәрәк. Йырҙың эсе буш булырға тейеш түгел, ул йөкмәткеле, мәғәнәле булһын. Юғиһә сәхнәлә теләһә нимә тураһында мәғәнәһеҙ йырҙар йырлаусылар күбәйҙе. Йыр­сылар күп, йырлай бе­леү­селәр әҙ. Йәштәр өсөн, бәлки, ундай йыр­ҙар ҡыҙыҡтыр, әммә профессионалдар өсөн түгел. Тамашасылар ми­ңә һәр саҡ килеп, мәғәнәле йырҙар йырлағанығыҙ өсөн рәхмәт, улар йөрәккә үтә, тип әйтеп китә. Быға сикһеҙ шатланам.
Икенсенән, йыр моңло булһын. Тағы ла ул тетрәндерә торған, матур булырға тейеш.
– Үҙегеҙҙе ҙур сәхнәгә алып сығыу­сы «Гәлсәр һандуғас» проекты тураһында ла әйтеп китергә кәрәктер...
– «Гәлсәр һандуғас» – бик төптән уйланылған күркәм проект. Ул яңынан-яңы йәш таланттарҙы табып, улар­ҙың талантын асып, халыҡҡа еткерә. Ә йырсының артабанғы яҙмышы үҙенән тора. Иң мөһиме, тәүге, иң ҡыйын аҙым эшләнгән. Проектҡа ҙур рәхмәтлемен. Ул тормошомда бик ҙур роль уйнаны. 2005 йылда «Йыл асышы» номинацияһында еңеп сыҡтым. Әле лә гел бергә булырға тырышабыҙ, яңы программалар ойошторабыҙ («Эх, егеттәр, егеттәр», «Ауылымдың айлы кистәре» һ.б.)

– Пландарығыҙ менән дә уртаҡлашып китһәгеҙсе. Үҙ концертығыҙ тураһында ла әйтә биреп ҡуйғайнығыҙ шикелле. Ул яҡын киләсәктә күҙалланамы?
– Киләсәгемде шул йырҙарға бәйләйем инде. Яңынан-яңы йырҙар ижад итергә иҫәп тотам. Концерт тураһында ла уйларға кәрәк. Һәм, бер нәмәгә ҡарамай, алға атларға!

ҡарағай
урманында

(Искәндәр Ғәзизов репертуарынан)

Лариса АБДУЛЛИНА һүҙҙәре, Ильяс АЛЛАЯРОВ көйө.

Иҫеңдәме, ямғыр яуҙы
ҡарағай урманында.
Юҡ, яуманы, йырланы ул
Беҙ икәү тураһында.

ҡушымта:
Йырланы ямғыр, йырланы,
Күңелдәрҙе нурланы.
Иламһырап, йыр тыңланы
Йәш ҡарағай урманы.

Күңелдәргә һеңеп ҡалды
Моңдары шул миҙгелдең.
Әллә ярһыу сағың ине –
Иңдәремә түгелдең.

ҡушымта.
Шул урманда яҡтырттың һин
Һүрелгән хистәремде.
Һинең менән үтһәм ине
ҡалған ғүмерҙәремде.