-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Ғинуар 2011, 14:07

Тыуған тупрағынан илһам алып

Уның ижад һандығы бик бай. Унда инструменталь миниатюралар һәм йырҙар, хор әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙарына эшкәртеүҙәр бар. 120-нән ашыу популяр йыры телевидение-радио аша йыш яңғырай. Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатов һәм башҡалар уның үҙенсәлекле йырҙарын үҙ репертуарынан төшөрмәй.

Тыуған тупрағынан илһам алып
Уның ижад һандығы бик бай. Унда инструменталь миниатюралар һәм йырҙар, хор әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙарына эшкәртеүҙәр бар. 120-нән ашыу популяр йыры телевидение-радио аша йыш яңғырай. Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатов һәм башҡалар уның үҙенсәлекле йырҙарын үҙ репертуарынан төшөрмәй. Мәрхүм Райман Ишбаев та «Моңдар иле – Бөрйәнем», «Бөрйәнем» йырҙарын бик оҫта башҡарып, уларҙы райондың гимны кимәленә күтәргәйне.
Халыҡ тарихын, ауыҙ-тел ижадын, музыкаль фольклорын бик яҡшы белгән Ғәзиз Сәлих улы боронғолар­ҙың йыр-моңондағы тәрән фәлсәфәне аңлап, уны тағы ла байытып, бөгөнгө тыңлаусыға түкмәй-сәсмәй еткерә белә. Фортепиано һәм тауыш өсөн эшкәртелгән «Бөҙрә тал», «ҡыҙ баламды ҡыҙғанам» башҡорт халыҡ йырҙары автор тарафынан төрлө составтағы симфоник оркестрҙар һәм башҡорт халыҡ инструменттары оркестры өсөн дә ҡайтанан эшкәртелде. Ә «Каруанһарай», «Байыҡ», «Халҡыма» башҡорт халыҡ йырҙары капелла хоры өсөн эшкәртелгән. Композиторҙың Шамил Анаҡ һүҙҙәренә яҙылған «ҡайтыу» исемле капелла өсөн хор әҫәре БР Дәүләт академия хор капеллаһы репертуарына индерелде.
Композитор балалар өсөн ике тиҫтәнән ашыу йыр яҙҙы. Уларҙың байтағы «Тамыр» балалар телерадиостудияһының йыр ансамбле тарафынан башҡарыла. «Туған тел» (Ә. Рәжәпова һүҙҙәре), «Әлифба» (Г. Шәрипова һүҙҙәре), «Өләсәйем» (Һ. Фәтхуллина һүҙҙәре) кескәйҙәр күңеленә бигерәк тә хуш килде. Үрҙә һанап кителгән бөтә йырҙар ҙа Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың «Һағындым шулай» тип исемләнгән йөкмәткеле китабында урын алған. «Башҡортостан композиторҙары һәм музыка белгестәре» тигән йыйынтыҡта автор тураһында ентекле белешмә бирелгән, ижадына байҡау яһалған. Уны Ғәзиз Сәлих улының тормош юлын һәм ижадын өйрәнгән, төрлө баҫмалар­ҙа шулар буйынса сығыш яһап торған Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, күренекле музыка белгесе Миләүшә Иҙрисова яҙған.
Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың Рауил Бикбаев поэмаһы буйынса солистар, ҡатнаш хор, текст уҡыусы һәм симфоник оркестр өсөн яҙылған «Мәңгелек мәл» ораторияһы Башҡортостандың музыка донъяһын тағы ла нығыраҡ байытты. Хор һәм камерный инструменталь әҫәрҙәре, ҡурай һәм фортепиано өсөн пьесаһы илебеҙҙең үҙенсәлекле моң сәнғәтенә юйылмаҫ сағыу биҙәк булып яғылды. Яҡташы, танылған фольклорсы Мөхтәр Сәғитов иҫтәлегенә (Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәре) бағышланған ҡобайыр ике вариантта тауыш, ҡурай, думбыра һәм фортепиано өсөн камерный вариантта ла, башҡорт халыҡ инструменттары өсөн дә яҙыл­ған.
60 йыл ғүмер итеп, үткән тормошона байҡау яһаған композиторҙың ғүмерлек оло рәхмәте – атаһы менән әсәһенә, Сәлих Хафиз улы, Асия Зәкәриә ҡыҙы уға ошо көнгәсә күңел йылыһын биреп, рухландырып йәшәй.
Тыуған йорт нуры ижадсыны илһамландыра, ижад офоҡтарын тағы ла сағыуыраҡ яҡтырта. Камилә ейәнсәре, «Тамыр» балалар телерадиостудияһы йондоҙо, үҙенең уңыштары менән һөйөндөрә. ҡатыны Флүзә ханым менән улар икеһе лә композиторҙың йөрәген моңға, һөйөүгә сорнай.
Ниндәй генә әҫәрен алып ҡарама, Ғәзиз Дәүләтбирҙин тыуған яғының гүзәллеген, халҡының аҡылын, тәбиғәтенең матурлығын данлай. Бөрйән егете үҙе лә бындағы тәбиғәт кеүек күркәм холоҡло, баҫалҡы, ғорур, сабыр. Талантлы композиторыбыҙға әле яҙырға ла яҙырға, илаһи ижад үрҙәрен яуларға ла яуларға! Ғәзиз Сәлих улын юбилейы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Т. ЗАРИПОВ.