-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ғинуар 2011, 13:55

Әмир үҙе лә уйнаны

Яңыраҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат башҡорт дәүләт драма театры билдәле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың «Риүәйәт» хикәйәте буйынса ҡуйыл­ған өр-яңы спектаклде сәхнәләштерҙе. Спектакль һуңынан тамашасылар тулы залдың аяҡ үрә баҫып алҡышлауы, артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй тотоуы режиссер Олег Ханов етәкселегендәге ижади төркөмдөң үҙ маҡсатына ирешеүен сағылдырҙы.

Әмир үҙе лә уйнаны
Яңыраҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат башҡорт дәүләт драма театры билдәле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың «Риүәйәт» хикәйәте буйынса ҡуйыл­ған өр-яңы спектаклде сәхнәләштерҙе. Спектакль һуңынан тамашасылар тулы залдың аяҡ үрә баҫып алҡышлауы, артистарҙы сәхнәнән ебәрмәй тотоуы режиссер Олег Ханов етәкселегендәге ижади төркөмдөң үҙ маҡсатына ирешеүен сағылдырҙы.
Сәхнә әҫәре мөхәббәт хаҡында. Тик һөйөү тураһында ғынамы икән? Мин сәхнәлә барған ваҡиғалар юҫығында икенсе бер тормош ваҡиғаларын да күҙәттем кеүек...
Дөрөҫөрәге, сәхнәлә үҙемдең балалыҡ йылдарын, үҫмер сағымды, ундағы сағыу ваҡиғаларҙы ла күрҙем. Унда бала саҡ дуҫтарым да ҡайнаша, ҡыран-ғәләмәт килеп йөрөйбөҙ: Һаҡмарҙа һыу инәбеҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, ауылыбыҙға терәлеп торған урманда еләк-емеш тирәбеҙ, ҡылыс алышабыҙ, «балкау» һуғабыҙ, «флагалыш», «кәнсир», «һәпәләк», «шландыр» уйнайбыҙ, сентябрҙә мәктәпкә барғас, класыбыҙ менән ҡырға экскурсияға барабыҙ, ауылдаштарыбыҙ, ата-әсәйҙәребеҙ алдында концерт әҙерләп ҡуябыҙ, ҡыҙҙар – малайҙарға, малайҙар ҡыҙҙарға ғашиҡ була...
Балалыҡ дуҫтарым араһында йән дуҫым, күршем һәм класташым Әмир Үтәбаев та бар. Ул, зәңгәр күҙен күккә төбәп, хыялға бирелергә, унан йондоҙҙар һанарға, донъяһын онотоп уйынға йә эшкә бирелергә ярата.
Әмир – романтик, уның хыял-фантазияһының сиге юҡ: телевизорҙан Николай Островскийҙың «ҡорос нисек сыныҡты?» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмды күрһәткәйнеләр, иртәгәһенә Әмир дуҫым апаһынан бескозырка тектереп кейеп, биленә ҡылыс тағып, Павел Корчагинға әйләнде лә ҡуйҙы. «Там вдали, за рекой...» тигән йырҙы ла әллә ҡайҙан отоп алғайны. Шуны йырлай, ҡыҫҡаһы, беҙҙең алда бер үҙе бер спектаклде башҡара. Бер мәл клубта «Салауат Юлаев» фильмын ҡараныҡ, күп тә үтмәне, Әмир, Салауат батырға оҡшарға тырышып, урамда ла, уҡыуҙа ла милли кейем кейеп йөрөй башланы. Класыбыҙ менән концертта парлы бейеү бейегәйнек, ул шунан һуң милли кейемен сисмәй, бик оҙаҡ йөрөнө.
Әмирҙең тағы ла бер ҡыҙыҡ холҡо булды: кәйефенең ниндәй булыуына ҡарап, ҡолаҡҡа ятмаған бик ҡыҙыҡлы яңы һүҙҙәр уйлап сығара торғайны. Уның үҙе генә ҡулланған һәм мәғәнәһен аңлаған бындай һүҙҙәренең бер нисәүһе: испатикау, хелеүен, хисмаһед, йә булмаһа, бик яҡшы әйберҙе ул «кофэ» тип атар ине. Дуҫлыҡҡа һәм әйткән һүҙенә бик тоғро, үтә намыҫлы егет ине. Киләсәктә шағир йә актер сыға ине үҙенән...
«Ине» тим шул... Үкенескә күрә, етенсе класты бөткән 1976 йылдың йәйендә Әмир дуҫым, ата-әсәһен, туғандарын – барыбыҙҙы ла зар илатып, көтмәгәндә өс йәшлек Мәзүнә һеңлеһе менән бер көндө донъянан китеп барҙы. Һуңғы көндәрендә ул ниңәлер бойоғоп та йөрөнө. Өйҙәренең тупһаһына баҫып, үҙе яҙған шиғырҙарын да һөйләр булып китте. Кем белә, бәлки, берәй ҡыҙға ғашиҡ та булып йөрөгәндер...
Салауат театры актерҙары сәхнәлә «Риүәйәт» спектаклен уйнаған саҡта күңелемдә балалыҡ, үҫмер йылдарымдың тап ошо мәлдәре һынланды. Быға спектаклдә төп герой Ихтыяр ролен башҡарған Әмир Үтәбаев сәбәпсе булды. Кеше шул тиклем дә бер-береһенә оҡшар икән дә ул. Бында исемдә генәме икән хикмәт? Әмир сәхнәгә сығып, тәүге һүҙен әйтеүе булды, уның тауышында балалыҡ дуҫым Әмирҙе ишеттем һәм танһығым ҡанмаған шул йылдарыма уҡталдым. Алдымда бер нисә аҙымда ғына һаман да шундай уҡ хыялға бирелеүсән Әмир дуҫым, бар донъя­ға ғашиҡ булып, күңеленә тулышҡан хистәренән күккә атылырҙай булып йөрөй төҫлө. Спектакль геройы Ихтыярҙың һөйгән ҡыҙы тарафынан ҡабул ителмәүенең шаһиты булғас, үҙем дә ошо мәл, сәхнәгә сығып, Әмир дуҫымды йыуатырҙай хәлгә килеп, үҙемде саҡ тыйып ултырҙым.
Янымда Салауат драма театрының йәш актеры Әмир Үтәбаевтың атаһы, бала саҡ дуҫым Әмир Үтәбаевтың бер туған ағаһы Әхмәр ағайым да ултыр­ҙы. Ул да, минең кеүек, күҙҙәренә йәш алды. Вафат булған ҡустыһының иҫтәлеге итеп улына Әмир тип исем ҡушҡайны. Әхмәр ағай ҙа спектаклдә барған ваҡиғалар юҫығында үрһәләнгән Ихтыяр йөҙөндә Әмир ҡустыһын күргән икән.
Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, сәхнә сәнғәтенең төп маҡсаты ла ошонда: унда барған ваҡиғалар тамашасының күңел кисерештәре менән ауаздашлыҡ тапһа ғына тетрәнеүҙәр аша кешенең күңелен таҙарта. Был йәһәттән Әмир ҡустыма: «Мәрҙәс, ҡустым, һин сәхнәлә ошо ролде башҡарыуың менән бик күп тамашасыны тетрәндерҙең, бер юлы ике спектаклдә ике – Ихтыяр һәм Әмир ролдәрен башҡара алдың!» – тип әйтмәксемен.
Тамашасыларҙы тетрәндерер балҡыштарың алда әле, Әмир ҡустым!

Әхиәт ҒӘЙЕТБАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.