Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ғинуар 2011, 13:41

Буранғолдар маҡтауға лайыҡ

Һәр журналист, һәр баҫма, ғәҙәттә, үҙ темаһын, үҙ геройын эҙләй. Гәзит-журналдарҙың һәр яңы һаны менән танышҡанда ла үҙең өсөн яңы мәғлүмәт алаһың, яңылыҡтарға юлығаһың. Былтыр «Комсомольская правда» гәзитенең һуңғы һандарының береһендә танылған өлкән быуын журналисы В. Песковтың 25 йыл элек ошо уҡ гәзиттә донъя күргән «Купанье гусей» тигән мәҡәләһен ҡайтанан баҫып сығарғандар – унда Әбйәлил районының Буранғол ауылында барған «ҡаҙ өмәһе» тураһында ентекләп яҙылған. Яҙмаларҙы уҡыған кешенең күҙ алдында бөтөн бер тамаша хасил була – автор шул тиклем дә яратып, үҙ итеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр килтереп тасуирлаған, фотоһүрәттәр биргән.

Буранғолдар маҡтауға лайыҡ
Буранғолдар маҡтауға лайыҡ
– 1985 йылда булған был хәл. Ул йылдарҙа әсәйем Мәүҙиға Ғәбитова ауыл советы рәйесе булып эшләй ине. Нәҡ ошо йылдарҙа беҙҙең Буранғолда халҡыбыҙ йолалары, байрам һәм традициялары тергеҙелде. Һәр сараның сценарийы, халыҡтың йола-ғөрөф-ғәҙәттәре ауыл халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәрәндән өйрәнелеп, тергеҙелеп, әҙерәк замансалаштырып төҙөлдө. Әйткәндәй, Шәжәрә байрамына ла әсәйем нигеҙ һалып ебәрҙе.
Мәскәүҙән билдәле журналист Песков килеп төшкәс, «ҡаҙ өмә»һен йәһәт кенә матур итеп ойоштороп ебәргәндәр. Унда, әлбиттә, ауылдың бөтә ҡатын-ҡыҙҙары, күп кенә ир-егеттәр, балалар ҡатнашҡан. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән бөтөн бер спектаклгә әүерелгән ул байрам. Сөнки фотоға төшөргә була, һәр нәфис зат һандыҡтарынан электән һаҡланып килгән, өләсәләренән ҡалған, хәйер, үҙҙәре лә тектергән, мәҙәниәт йортонан алын­ған милли кейемдәрҙе – балитәкле күлдәк, камзул, еләндәрен кейеп, сулпыларын тағып, кешмир шәл-яулыҡтарын ябынып килгән. Мәскәү журналисы ҡаҙ өмәһен үткәргән хужаларҙың, өмәлә ҡатнашыусыларҙың, йыр-бейеү оҫталарының һәр хәрәкәтен фотоға төшөрә, һәр нәмәнең төбөнә төшөп, төпсөнөп яҙа барған. Уны ауыл тормошоноң һәр күренеше, һәр хәл-ваҡиғаһы ҡыҙыҡһындырған. Бына был фотоһүрәттәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡара сәслеләрен генә, ул һайлап алып төшөргән: йәнәһе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын бөтә Союзға бына шул рәүешле танытасаҡ.
ҡаҙ өмәһе тамамланғас та Песков ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһыныуын дауам иткән. Башҡорттарҙың тормош-көнкүрешенә бәйле күп нәмә уны аптырашта ҡалдырған, хайран иткән. Мәҫәлән, ҡустым Фазыл талдан үрелгән ҙур күрепкә мал тиҙәген тейәп ташығанын күреп, ишек алдына йүгереп сыҡҡан да, уны төрлө ракурста төшөрөп алған. «Кәртә башына менеп тә, ятып та, тороп та төшөрҙө ул», – тип һөйләгәйне шул саҡта әсәйем. Ысын журналист шулай булырға тейештер ҙә инде.
Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең ауыл тураһында гәзиттә мәҡәлә донъя күргәс, әсәйемә Союздың һәр мөйөшөнән хаттар килә башланы. Кемдер яҫтыҡ, кемдер ҡаҙ ите һорап яҙған. Сөнки Песков мәҡәләһендә ҡаҙ йөнө һәм ите, хәҙергесә тел менән әйтһәк, брендын шул тиклем юғары күтәреп ебәргән. Хәтеремдә, әсәйем Хабаровск өлкәһендә йәшәгән бер ҡатынға почта аша яҫтыҡтар һалып ебәрҙе. Күпмелер ваҡыттан һуң беҙгә лә посылка килеп төштө: рәхмәтле ҡатын унта һалып ебәргән! Ул, әлбиттә, Фазыл ҡустыма түгел, ә, ағай булараҡ, миңә эләкте. Уйынға кейеп сығып, әллә кем булып, маһайып йөрөй торғайным...
Песковтың мәҡәләһендә шундай бер деталь бар: ул йылды нисә никах теркәлеп, нисәүһе тарҡалған. Уның иҫәпләүенсә, ун никахтың икәүһе генә тарҡалған булған. Ул йылдарҙа әсәйем ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй ине, шунлыҡтан был мәсьәләгә ул әле лә тыныс ҡарай алмай. Әсәйемдең әле ҡыуанысының сиге юҡ: һуңғы йылдарҙа теркәлгән никахтар­ҙың береһе лә тарҡалмаған. Тимәк, яҡташтарым ғаилә ҡороуға, балалар үҫтереүгә етди һәм яуаплы ҡарай. Ауылдаштарым әле лә, башҡа яҡтарҙа, тормош ауыр, тип зарланһалар ҙа, бер ауырлыҡҡа бирешмәй, ярышып, тырышып донъя көтә, мал-тыуарын ишәйтеп, кәртә-ҡураһын нығытып, йәшелсә сәсеп, төрлө кәсепселек менән көн күрә. Балаларын ишәйтәләр, уларҙы тырышып-тырышып аяҡҡа баҫтыралар, уҡытып кеше итәләр. Ғөмүмән, әбйә­лилдәр бар һынауҙы ла еңеп сыға, йәшәй һәм эшләй белә. Ысынлап та, улар тураһында баҫмаларҙа яҙыу, телевидениеға төшөрөү бик урынлы һәм улар быға лайыҡ.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА яҙып алды.
Читайте нас в