-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Ғинуар 2011, 14:00

Атамаларға дөрөҫ аңлатма кәрәк

Матбуғат һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары аша теге йәки был атамаға аңлатма биргәндә авторҙар тарафынан ҙур хаталарға юл ҡуйыла. Һөҙөмтәлә хәҡиҡәткә бөтөнләй тап килмәгән аңлатма барлыҡҡа килә. Тик ул аңлатмалар­ға туҡталып тормай, ҡайһы бер атамаларға туҡталып үтәйек.

Матбуғат һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтары аша теге йәки был атамаға аңлатма биргәндә авторҙар тарафынан ҙур хаталарға юл ҡуйыла. Һөҙөмтәлә хәҡиҡәткә бөтөнләй тап килмәгән аңлатма барлыҡҡа килә. Тик ул аңлатмалар­ға туҡталып тормай, ҡайһы бер атамаларға туҡталып үтәйек.
Һарыҡташ Һаҡмар эргәһендәге артышлы тауға һырығып ултырғанға күрә боронғолар уны Һырыҡташ тип йөрөтһә, аҙаҡ Һарыҡташҡа әйләнә.
Һаҡмар яҙғы көслө ташҡындарҙа, ярҙарына һуғылып, уларҙы ашап, яңы үҙәндәр ярып аҡҡанға боронғолар уны Һуҡмыр йылға тип исемләй, аҙаҡ Һаҡмар тип йөрөтә башлайҙар. Ә элекке үҙәнендә ҡалған ҡалдыҡ һыуҙы әле лә Үле Һаҡмар тип йөрөтәләр. Һаҡмар буйында Үле Һаҡмар тип аталған урындар байтаҡ.
Йылайыр оло юлдан Баймаҡҡа табан барғанда ошо оло юлдан һулға киҫкен боролоп тағы ла бер боронғо оло юл – Кананикольск аша Собханғолға табан китә. 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт күтәрелеше баҫылғас, ошо юл айырыла: баш күтәргән башҡорттарҙы бикләү өсөн 2000 кеше һыйҙырышлы ике таш төрмә төҙөлә. Уларҙы Мосолов тигән баярҙың казактары күҙәтеүе аҫтында башҡорттар һала. Тәүге осорҙа был төрмәләрҙе Юлайыр төрмәһе тиҙәр (урыҫтар уны Зилаирская крепость ти), аҙаҡ, урыҫса Зюлаирҙан башҡортсаға әйләндереп, Йылайыр тип йөрөтә башлайҙар. Яңыраҡ яманаты сыҡҡан был ике таш төрмәнең 250 йыллығын үткәрҙеләр.
Яйыҡ йылғаһының ағышы бөтөнләй беленмәй, ҡағыҙ ташлаһаң, уның аҡҡанын аҙ ғына һиҙемләргә була. Шуға ла уны боронғо башҡорт Яй Ыҡ (яй ағыусы) тип йөрөтһә, аҙаҡ Яйыҡҡа әйләнә.
Таналыҡ, йәғни Тын Ылыҡ, шаршыһыҙ яй ғына, тын ғына аҡҡанға шундай исем биргәндәр.
Стәрле – боронғоса Иштәрле, Салауат һәм Өфө яҡтарынан килгәндә 30 саҡрымдан күренеп ултырған ике ишле тау. Шул тауҙар эргәһендәге ауылды ла Иштәрле тип йөрөт­һәләр (йәғни Стәрлетамаҡтың иҫке, боронғо өлөшө), аҙаҡ, ҙурайып, ҡалаға әйләнә.
Шихан (баяғы тауҙарҙың береһе) тигеҙлектә тәндәге сиҡан кеүек булғанға боронғолар уны Сиҡан тау тигән. Үткән быуаттың 40-сы, 50-се йылдарында ла уны Сиҡан тау тип һөйләрҙәр ине.
Учалы атамаһы ҡалаға түгел, ә уның эргәһендәге ауылға бәйле. ҡалҡыулыҡтан (тау, плато) текәлектән ҡапыл ауылға осҡанға (төшкәнгә) боронғо башҡорттар ауылды Осалы тип йөрөтһә, татарҙар Очалы тип, ә урыҫтар Учалы тип, документтарҙа урыҫса Учалы тип яҙылғанға аҙаҡ башҡорттар ҙа Учалы тип һөйләй башлай.
Алағуян – Бөрйән районындағы ауыл. Борон башҡорт ҡая ташты ҡоя таш тип йөрөткән, йәғни «целый», «литый» мәғәнәһендә. Борон ауылды Оло ҡоян тиһәләр, аҙаҡ ул Алағуянға әйләнә. Ауыл эргәһендә, һис һүҙһеҙ, ҙур ҡаялары булырға тейеш. Ауылды икенсе төрлө Иҫке Собханғол тип тә йөрөтәләр.
Дөрөҫ, боронғо атамалар быуындан-быуынға, телдән-телгә күсеп килгәнгә лә уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн ныҡ боҙоп әйтелә. Шуға ла уларға аңлатма биргәндә һаҡ булырға кәрәк. һәр төрлө легендалар уйлап сығарыу зарарға ғына.

Рәхимйән ВАХИТОВ.
Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.