Әүәзәйҙә бөгөн оло йәштәгеләр – сабыр һәм намыҫлы быуын вәкилдәре генә ҡалған. Улар ғүмер буйы тир түгеп, фиҙакәрлек менән Ватаныбыҙҙы күтәргән. Шуға һәр береһе өсөн төҙөгән донъялары, тыуған тупраҡтары изге, ҡәҙерле.
Өмә-байрамды ҡубыяҙ ауыл клубы директоры Зөлфирә Фәтихова үҙенең матур һүҙҙәре, шиғырҙары менән асты. Артабан дин әһеле Асаф бабай Рәжәпов аят уҡып, донъяларҙың имен булыуын, иҫәнлек-һаулыҡ, хәләл ризыҡтар теләне. Хакимиәт башлығы Мөхәмәтйән Мәүлимйән улы быйыл халыҡтың ҡаҙ-өйрәктәрҙе күпләп үҫтереүе, етеш тормошҡа ынтылыуы, борондан ҡаҙ өмәләренең ауылдаштарҙы берләштереүе, йәштәрҙең тап ошонда ололарҙан эшкә өйрәнеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ йола үтәүсе хужабикәнең тырышлығын, балаларын тәрбиәле итеп үҫтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға артабан да сәләмәтлек, йәшәү дәрте теләп, хеҙмәте һөҙөмтәһе булған ҡаҙҙарының ите тәмле булып, ризыҡҡа яҙһын, тине. Рәмилә апай, үҙ сиратында, хөрмәт итеп өмәгә килеүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтен еткерҙе.
Беренсе ҡаҙҙы, «Аллаһу әкбәр» тип доға ҡылып, еңел ҡулдан Асаф бабай Рәжәпов салғандан һуң, эш башланып китте. ҡатын-ҡыҙҙар һуйылған ҡоштарҙың муйындарын бәйләп ҡуйып, ҡайнар һыуҙа тотоп алғандан һуң, берәм-берәм ҡаҙ йолҡоусыларға тапшырҙы. Ә уларҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәне. ҡайһы берәүҙәр ҡаҙ йолҡоп ҡына ҡалмай, ҡубыяҙ ауыл клубының «Әхирәттәр» фольклор төркөмөнә ҡушылып йырланы ла. Өмәгә килеүселәр бөтәһе лә эш менән мәж килде: берәүҙәр йолҡонған ҡаҙҙарҙың эсен алды, кемдер башын таҙартты, икенселәре ҡаҙ түшкәләрен йыуыр алдынан өтөп, ап-аҡ ҡар менән ыуҙы.
Өмәселәрҙең ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, Тоҙло шишмәгә барыуы матур һәм күңелле күренеш булды. «Әхирәттәр»ҙән Фәнүрә Йосопова, хужабикәгә мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп, юлға ҡаҙ ҡауырһындары һипте. Юл буйы йырҙар йырланды, теләктәр теләнде, ҡайһы бер апайҙар ошо ауылға килен булып төшөп, Тоҙло шишмәгә һыу юлына төшөүҙәрен хәтерләне. Әйткәндәй, Рәмилә апай шишмәне үҙ ҡулдары менән таҙартып тәрәнәйтһә, улы Флүр яйлы итеп баҫма һалып ҡуйған.
Эш бөткәс, өмәлә ҡатнашыусылар өҫтәл артына ултырышты. ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡты, төрлө милли ризыҡтарҙы өмәселәр яратып ауыҙ итте. Йола буйынса, өмәлә һуйылған ҡаҙҙарҙың береһен бешереп, табынға ҡуйҙылар. Зөлфирә Фәтихова, Рәфинә Сәлихова, Рәзилә Низамова, Эльвина Нурдәүләтоваларҙың моңло йырҙары табынға тағы ла йәм өҫтәне.
Хужабикә өмәселәргә, йоланы башҡарып сығырға ярҙам итеүсе клуб хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәтен еткерһә, өмәселәр алдағы йылдарҙа ла ҡош-ҡорттарының ишле булып, ошондай күркәм байрамға тағы ла ауылдаштарын, яҡындарын йыйырға яҙһын, тип теләне.
С. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Асҡын районы.