-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Ғинуар 2011, 13:51

«Профессиональ скрипкасылар Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ»

Күптән түгел скрипкасы Илшат Мөслимовтың тәүге концерты үттеИлшат Мөслимов тураһында әллә күпме ишеткәнем дә, уйнауын тыңлағаным да бар ине. Йөҙөнә үк, ысын сәнғәт кешеһе, тип яҙылған ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле, оҙон буйлы йәш егет, ҡулына скрипкаһын тотоп, залға сыҡһа, тамашасылар икенсе төрлө һулыш ала башлаған һымаҡ тойола торғайны. Биш йәшенән үк ҡулына скрипка тотҡан Илшат Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, аҙаҡ аспирантурала белем ала. Бөгөн ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм БР Милли симфоник оркестрында эшләп йөрөй. Күптән түгел генә уның концертын ҡарарға тура килде.

«Профессиональ скрипкасылар Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ»
Күптән түгел скрипкасы Илшат Мөслимовтың тәүге концерты үтте
Илшат Мөслимов тураһында әллә күпме ишеткәнем дә, уйнауын тыңлағаным да бар ине. Йөҙөнә үк, ысын сәнғәт кешеһе, тип яҙылған ҡуйы ҡара бөҙрә сәсле, оҙон буйлы йәш егет, ҡулына скрипкаһын тотоп, залға сыҡһа, тамашасылар икенсе төрлө һулыш ала башлаған һымаҡ тойола торғайны. Биш йәшенән үк ҡулына скрипка тотҡан Илшат Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, аҙаҡ аспирантурала белем ала. Бөгөн ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм БР Милли симфоник оркестрында эшләп йөрөй. Күптән түгел генә уның концертын ҡарарға тура килде. Вивальдиҙың «Йыл миҙгелдәре»н уйнаны ул. Тәүге уңышлы концертынан һуң уның үҙе менән дә күрешеп, һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Донъя, музыка, мәҙәниәт һәм Башҡортостан скрипкасыларының яҙмышы тураһында...
– Илшат, тәүге ҙур концертыңа әҙерләнеү өсөн күпме ваҡыт талап ителде?
– Ғөмүмән, Вивальди – иң яратҡан композиторҙарымдың береһе. Шуға күрә миңә ике-өс ай ваҡыт етте. Быны күп тип тә, әҙ тип тә әйтеп булмай. Музыка киң билдәле, ҡолаҡта яңғырап ҡына торғандай, башҡа ныҡлап һеңгән, шуға уйнауы еңел ине.
– Әсәйең Розалия апай Солтангәрәеваны күргәс, ул миңә, Вивальдиҙың «Йыл миҙгелдәре»н уйнаған кеше ысын оҫта булып китәсәк, тигән бер аҡыл эйәһе, тип әйткәйне, шатлығы менән уртаҡлашып...
– Ысынлап шулай тип әйттеме?.. Быны ишетеүе миңә ҡыҙыҡ та булып тора әле. Ниңә Бах түгел, ә тап Вивальдиҙы әйттеләр икән? Минең өсөн иң тәрән, фәлсәфәүи ижадсы – Бах, шуға ла уның әҫәрҙәрен уйнауы ҡыйыныраҡ. ҡыйыныраҡ, тип әйтеүе дөрөҫ үк түгел инде, ул тәрәнерәк, Бахтың көйҙәрен уйнағанда ғына йыһан, донъя тураһында уйлайым, бүтән композиторҙар улай уҡ тәьҫир итә алмай. Шуға ла ул иң яратҡан композиторым.
– Үҙенән-үҙе, улай булғас, ниңә Бахты түгел, Вивальдиҙы һайланың, тигән һорау килеп тыуа.
– Был концертҡа шулай тура килде. Үҙемдең дә теләгем бар ине. БР Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе, баш дирижер Таһир Камалов саҡырып алды ла, дүрт айҙан һуң һинең концертың буласаҡ, тип әйтте һәм ошо әҫәрҙе тәҡдим итте. Яратһаң да, гел Бах әҫәр­ҙәрен генә уйнап булмай бит.
– Үҙеңде әллә күпме халыҡ-ара конкурстар лауреаты тип тә беләбеҙ. Был конкурстар тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡланған?
– Мин конкурстарҙы, ғөмүмән, яратмайым. Унда башҡарыусы артыҡ тулҡынланыуҙан асылып бөтмәҫкә мөмкин. Жюриҙа ултырыу­сылар ҙа һәр ваҡыт профессионал булмай. Сығыштың музыкаль өлөшөнә түгел, ә техникаһына, йәш музыканттар­ҙың йөҙөнә, буй-һынына иғтибар итәләр. Быны бер нисек тә аңлай алмайым. Минең сығыштарҙың да төрлөһө булғандыр.
– Эстрада артистары тураһында бик күп ишетергә тура килә, Башҡор­тостан скрипкасылары хаҡында – һирәгерәк. Беҙҙә был сәнғәт төрө ниндәй кимәлдә?
– Башҡортостан, тигәндә, Өфө инде. Профес­сионалдар бит ҡайҙалыр төпкөлгә, бәләкәй ҡалаларға эшләргә китмәйәсәк. Ниндәйҙер артабанғы үҫеш өсөн улар Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, сит илдәргә тартыла. Көслө скрипкасылар Айһылыу Сәйфуллина менән Александр Маломожнов әле Мәскәүҙә, Сыңғыҙ Ханнанов Америкала. Минең дә ҡайҙалыр барып, тағы ла уҡығым килә.
– Бөтәһе лә шулай таралышып бөтһә, Башҡортостанда скрипка сәнғәтен кем үҫтерәсәк һуң?
– Атайымдың яратҡан һүҙе бар: «Бер эш икенсеһенә ҡамасауламай». Бер нисә эште бер юлы алып барып була бит. Әлбиттә, ғүмер буйы Рахманинов кеүек, мәҫәлән, ситтә йәшәһәң, бер нәмә лә эшләп булмай. Хәҙер, Аллаға шөкөр, замана икенсе, мөмкинлектәр етерлек. Минең ғүмер буйы уҡығым, яңы нәмәләргә өйрәнгем килә. Ә әлеге мәлдә үҙемдең уҡытыусыларымдан Александр Абрамович Шисманды тәрән ихтирам менән телгә алам. Уҡытыусыларҙың да ниндәйе бит әле ул – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының профессоры, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
– Уңыштарыңда атай-әсәйеңдең дә роле ҙур булғандыр? Розалия апай һинең ҡулыңа тәү башлап скрипка тотторған кеше бит.
– Әсәйем минең өсөн иң талапсан тәнҡитселәремдең береһе. «Маладис, улым», – тип әйтә лә ул, әммә бер ҡасан да күккә күтәреп маҡтамай. Мин уға бик рәхмәтлемен. ҡайһы бер кешеләр уғата ныҡ маҡтап ташлай, әммә һүҙҙәрендә ихласлыҡ тойолмай. Ысын күңелдән рәхмәт әйткән кешеләр ҙә бар. Уларҙың һәм музыканы аңлаған кешеләрҙең йылы һүҙҙәрен ишетеүе ҡыуаныслы.
Классик музыкаға бөтәһе лә тартылып бармай. Бәлки, уны пропагандалау кәрәктер. Мәҫәлән, эстрада концерттарында скрипка менән сығыш яһап? Әллә бөтәһен дә йәлеп итергә тырышыу, классик музыканы популярлаштырыу кәрәкмәйме?
– Музыкаға битараф булмаған кешеләргә генә еткереп була ул көйҙәрҙе. Улар йырсы ла, музыкант та булмаҫҡа мөмкин, әммә күңелендә моң бар икән, ул музыкантты тоя, ихлас уйнаймы, юҡмы икәнен аңлай. Әгәр музыкант үҙ өҫтөндә даими эшләмәй икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ, тыңлаусы ла, эш нимәлә икәнен теүәл аңламаһа ла, нимәлер етмәүен тоясаҡ.
– Беҙҙә мәҙәниәткә иғтибар бик әҙ бүленә...
– Эйе, ысынлап та, шулай. Японияла, мәҫәлән, балаларҙы өс йәштән үк мәҙәниәткә ылыҡтыралар. Беҙҙә фәнгә, прогресҡа баҫым яһарға тырышалар. Күңел байлығы кеүек төшөнсәләр ситтә тороп ҡала, тормош үҙгәреп бара. Сит планета кешеләре генә килеп ҡотҡармаһа...(көлә). Ысынлап та, таҙарыныу ваҡыты етте.
– ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Илшат! һиңә яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА әңгәмәләште.