Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
25 Декабрь 2010, 16:09

Харис Шәриповтың йыр тулҡынында

Күптән түгел генә «Моң» студияһы «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Харис Шәриповтың «Йыр тулҡынында» тип исемләнгән өр-яңы компакт-дискыһын сығарҙы. Йыйынтыҡҡа, башлыса, йырсының һуңғы йылдар­ҙағы йырҙары ингән. Улар араһында Харис Шәриповтың яратып башҡарған «Яҡты эҙ ҡалдыр­һын һәр ғүмер», «Был донъяның ҡәҙерен беләйек», «ҡайтсы, йәшлек», «ҡатынға әйтер һүҙем», өр-яңы «Күршеләрем» йыры һәм халыҡ күптән яратып тыңлаған «Ауылда ҡаҙ өмәһе» йыры бар. Дискыла бөтәһе төрлө тематикалы 21 йыр тупланған. Был – йырсының тәүге компакт-дискыһы, быға тиклем аудиодискылары донъя күргән булған. Киләсәктә МР-3 форматында диск сығарырға ла ниәте бар Мәләүез егетенең. Р. ДӘҮЛӘТОВА.

Күптән түгел генә «Моң» студияһы «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Харис Шәриповтың «Йыр тулҡынында» тип исемләнгән өр-яңы компакт-дискыһын сығарҙы. Йыйынтыҡҡа, башлыса, йырсының һуңғы йылдар­ҙағы йырҙары ингән. Улар араһында Харис Шәриповтың яратып башҡарған «Яҡты эҙ ҡалдыр­һын һәр ғүмер», «Был донъяның ҡәҙерен беләйек», «ҡайтсы, йәшлек», «ҡатынға әйтер һүҙем», өр-яңы «Күршеләрем» йыры һәм халыҡ күптән яратып тыңлаған «Ауылда ҡаҙ өмәһе» йыры бар. Дискыла бөтәһе төрлө тематикалы 21 йыр тупланған. Был – йырсының тәүге компакт-дискыһы, быға тиклем аудиодискылары донъя күргән булған. Киләсәктә МР-3 форматында диск сығарырға ла ниәте бар Мәләүез егетенең.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Читайте нас: