Тамъян-Таймаҫтар Ф. Янышевты мәртәбәле бүләккә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотланы. Әҙип туған мәктәбен онотмай, йыш ҡайта. Бының үҙ сәбәбе бар – ул йыл һайын уҡыу алдынғыларына премия тапшыра, сығарылыш синыф уҡыусыларына аҡ юл теләй.
Кисәлә Боғҙан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Мәхийәнов, мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Ғәбит Ғатин сығыш яһаны. Ф. Янышевтың һеңлеһе, оҙаҡ йылдар башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Зәлифә иһә үҙ сығышында ағаһының йәштән үк алдына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәүе, шул арҡала ижади үрҙәр яулауы хаҡында һөйләне.
Туҡһанбайҙағы осрашыу ҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфө ҡунаҡтары Аҡмулла шишмәһендә булды, уның бюсына сәскәләр һалды, музейын ҡараны, мәҙәниәт һарайында ауыл халҡы менән осрашты. Улар М. Аҡмуллаға арналған шиғырҙарын уҡыны, китаптарын бүләк итте.
«Аҡмулла нәсихәттәре» байрамында район һәүәҫкәрҙәре менән бергә республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән сәсәндәр һәм фольклор төркөмдәре лә сығыш яһаны.
Киләсәктә лә беҙҙе Аҡмулла нәсихәттәре үҙенә тартып торһон, осраштырһын, иман, аҡыл, әҙәп, ихласлыҡ юлдаш булһын, тигән изге теләк менән таралышты байрамда ҡатнашыусылар.
Факил МЫРҘАҡАЕВ.
Миәкә районы.
Автор фотолары.