-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Декабрь 2010, 15:28

«Йырым булһын бүләгем!» тура эфирҙа сыға

Тормош – байрамһыҙ, байрам ҡотлауһыҙ булмай... Ә йыр ҡотлау­ҙы йәмләндерә, йәнләндерә, күңелдәргә үтеп инә. Яңы йыл алдынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө һеҙҙе яңыртылған программа менән һөйөндөрмәксе – тура эфир­ҙа барасаҡ ике сәғәтлек тапшырыу ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе ҡотлау өсөн яңы мөмкинлектәр бүләк итәсәк.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының хаттар бүлегендә ҡабул ителгән музыкаль ҡотлауҙарҙан тыш, һәр шәмбе һәм йәкшәмбе иртәнге сәғәт һигеҙҙән унға тиклем 8 -809-347-23-25 телефонына шылтыратып, ҡайнар сәләмдәрегеҙҙе үҙ тауышығыҙ менән еткерә алаһығыҙ. Шылтыратыу бары стационар телефондарҙан ҡабул ителәсәк. Ә кеҫә телефондарынан ҡыҫҡа хат-сәләмдәр өсөн 2325 һанлы СМС-портал эшләйәсәк. Хәбәрҙәр аҙна дауамында йыйылып, тапшырыу барышында эфирға сығарыла. СМС ебәреүселәр иғтибарына тағы ла шуны өҫтәп үтергә кәрәк: ҡотлауығыҙҙы яҙыр алдынан урыҫ телендә «дарю» һүҙен яҙырға онотмағыҙ. Яҡын киләсәктә ҡотлауҙар­ҙың интернет аша ла ҡабул ителәсәген белдерергә ашығабыҙ.
Замана сараларын үҙ эсенә алған, ҡайнар сәләмдәргә сорнал­ған, йырлы-моңло, дәртле программаның алып барыусыһы күптәргә таныш Фаягөл Дәүләтйәрова буласаҡ. Беренсе тапшырыу 18 һәм 19 декабрҙә эфирға сыға.
Иртәнге сәғәттәрҙә әйтелгән изге теләктәрҙең тормошҡа ашып, яңғыраған йырҙарҙың яҡындарығыҙ өсөн онотолмаҫ бүләк булырына ышанабыҙ.
Т. АМАНОВ.