Көндөң икенсе яртыһына тәғәйенләнгән республика журналистарының быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаусы тантаналы сара «Үҙгәрештәр еле» тип аталды һәм унда заман елдәре менән бергә атлаусы, тормошобоҙҙағы һәр яңы йүнәлеште һәм үҙгәреште ҡыйыу яҡтыртыусы баҫмалар коллективтары һәм журналистары бүләкләнде. Әйтергә кәрәк, бындай тантана Башҡортостанда бишенсе йыл рәттән үткәрелә. «Йәшлек»тең дә унан бер ҙә ситтә ҡалғаны юҡ – төрлө номинацияларҙа лайыҡлы баһаһын ала. Быйыл, мәҫәлән, беҙҙең баҫма «Алтын ҡаурый» премияһына лайыҡ булды. Әйткәндәй, был номинация республиканың Журналистар союзы инициативаһы менән быйыл тәүгә булдырылды һәм федераль баҫмаларҙың төбәк ҡушымталары, Башҡортостанда сыҡҡан 15 баҫма ошо юғары премияға лайыҡ тип табылды.
Гәзитебеҙҙең тағы ла бер еңеүе: журналисыбыҙ Рәшиҙә Мәхийәнова Бөтә Рәсәй «Рәсәйҙең иҡтисади тергеҙелеүе» конкурсының төбәк этабында лауреат исеме алды.
Быйыл сара уны ойоштороусылар иҫәбендә БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының ғына түгел, ә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте лә булыуы, шулай уҡ «Салауатнефтеоргсинтез» компанияһының генераль партнер һәм «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең рәсми партнер булып сығыш яһауы, «Кламас» компанияһының техник яҡтан ярҙам күрһәтеүе, 2brands коммуникациялар студияһының проект координаторы ролен үҙ өҫтөнә алыуы менән мәртәбәлегә әйләнде. Ә номинацияларҙың төрлөлөгө журналистар араһында еңеүселәрҙең күп булыуын билдәләне. Мәҫәлән, Республика йылына, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға, комсомолдың 90 йыллығына, наркотиктарға ҡаршы көрәшкә һәм башҡа темаларға арналған конкурстар үҙ еңеүселәрен атаны. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: был юлы әүҙем блогерҙар ҙа билдәләнде һәм улар «Кламас» компанияһының махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
Тантанаға йыйылыусыларҙы элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Венера Хәкимова, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ростислав Мырҙағолов тәбрикләне һәм үҙ теләктәрен еткерҙе.
– Барыбыҙ ҙа гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуға, ирекле киң мәғлүмәт сараларына иҫәп тотабыҙ. Әммә иреклелек иртәнән кискә тиклем бысраҡ яғыу тигән һүҙ түгел. Иреклелек – ул киң мәғлүмәт сараларының үҙ фекерен әйтә алыу хоҡуғы, уларҙың кешеләргә ҡыҙыҡлы булыуы, властарҙың ҡарарҙар ҡабул итеү эшендә ҡатнашыуы, – тине үҙ сығышында Ростислав Рәфҡәт улы.
Уныңса, дәүләт ҡарамағында булмаһалар ҙа, киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы һаҡланып ҡалырға, журналистар хеҙмәтенә ихтыяж артырға, уларҙың хеҙмәт хаҡы бөгөнгөгә ҡарағанда ҙурыраҡ булырға тейеш.
Борис Мелкоедовтың әйткән һүҙҙәре лә ҡәләм эйәләренең күңелен үҫтерҙе: журналистарҙың һәйбәт эш хаҡы алыуы өсөн министрлыҡ та тырышлыҡ һаласаҡ.
ҡотлауҙар баш ҡала йәштәренең заманса бейеү ансамблдәре һәм «Шоколад» вокаль-инструменталь төркөмөнөң сығыштары менән үрелеп барҙы.
«Матбуғат балы» унда ҡатнашыусыларға өҫтәмә дәрт һәм илһам бирҙе.
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.