-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Декабрь 2010, 17:38

Мәжит Ғафури – ысын халыҡ йырсыһы

Халыҡтың бөйөклөгө уның арҙаҡлы, ижади шәхестәренең күплегенә бәйле. Үҙ тарихын, мәҙәниәтен белеп, улар менән ғорурланған, телен һөйгән һәм тоғро ҡалған кешеләр – һоҡланғыс халыҡ, уның киләсәге лә өмөтлө. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында «Мәжит Ғафури ижады – ғәҙел йәмғиәт һәм тыныслыҡ идеяһы сығанағы» тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Уны М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды йәмәғәт ойошмаһы һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты профессорҙары ойошторҙо.

Халыҡтың бөйөклөгө уның арҙаҡлы, ижади шәхестәренең күплегенә бәйле. Үҙ тарихын, мәҙәниәтен белеп, улар менән ғорурланған, телен һөйгән һәм тоғро ҡалған кешеләр – һоҡланғыс халыҡ, уның киләсәге лә өмөтлө.
Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы, Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында «Мәжит Ғафури ижады – ғәҙел йәмғиәт һәм тыныслыҡ идеяһы сығанағы» тип аталған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Уны М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды йәмәғәт ойошмаһы һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты профессорҙары ойошторҙо.
Конференцияны БДУ-ның фән эштәре буйынса проректоры Р. Талипов асты.
Йыйында М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды етәксеһе М. Ғафуров, филология фәндәре докторы, профессор Ғ. ҡунафин, филология фәндәре кандидаты, Екатеринбург ҡалаһынан Урал дәүләт университеты доценты Р. Исхаҡов, философия фәндәре докторы, академик, профессор А. Лукьянов, филология фәндәре докторы, профессор М. Иҙелбаев, күренекле шағир И. Кинйәбулатов, БДУ-ның 4-се курс студенттары А. Дәүләтбәкова менән Н. Нәҙерғолова докладтар менән сығыш яһаны.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Мәғрифәтселек, революцион-демократик идеялы шиғырҙары, поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә, мәҫәл жанрында, публицистика өлкәһендә, башҡорт фольклорын йыйыуҙа һәм өйрәнеүҙә әүҙем эшләгән, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад иткән. Уның әҫәрҙәре тыуған илде ҡайнар һөйөүсе яңы кеше тәрбиәләү идеялары менән һуғарылған. Әҙип халыҡ тормошоноң тәрән ҡатламдарына үтеп инеп, үҙ заманының етди мәсьәләләрен күтәреп сыҡҡан. Шағирҙың мәҡәләләренең төп һыҙаттарының береһе – проблемалыҡ. Ул йәмғиәт алдында торған берәй мөһим мәсьәләне халыҡҡа тиҙерәк һәм аңлайышлыраҡ итеп еткереү бурысын ҡуйған.
Шағирҙың тыуған көнөндә йыл һайын тапшырылып килгән М. Ғафури исемендәге йәмәғәт премияһы миҙалын М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт фонды советы рәйесе урынбаҫары Л. Камаева яңы лауреаттарға тапшырҙы. Улар исемлегендә З. Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының баш китапханасыһы Г. Әхмәҙиева, «Кызыл таң» гәзитенең фән һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Ф. Ғәбиҙуллина, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире С. Кәримов, филология фәндәре докторы, профессор Ғ. ҡунафин, Еҙем-ҡаран ауылындағы М. Ғафуриҙың йорт-музейы директоры Р. Нәжметдинова, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Ф. Фәтҡуллин һәм башҡалар бар.
Кисәне тамамлап, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғәзетдинова «ҡара йөҙҙәр» спектакленән Ғәлимә монологы менән сығыш яһаны, ә университеттың «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөүселәр М. Ғафуриҙың шиғырҙарын тасуири уҡыны.
Алиса ИМАНҒОЛОВА,
БДУ студенты.