ҡайһылай ҙа оло шатлыҡ! Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр өсөн күңел ҡыуана. Бынан ары «Тамыр»ҙар айырым телеканал булараҡ эшләһен әле... Шәп бит! Ошо әһәмиәтле ваҡиғаны тарихҡа теркәп, быға үҙ күҙҙәребеҙ менән шаһит булыу маҡсатында телеүҙәккә йүнәлдек. Өҫтәүенә, телеканал асылыуы айҡанлы, 2 декабрь Балалар телевидениеһы көнө тип тә иғлан ителгәйне.
Яҡты юл буйлап
«Тамыр» балалар студияһы тапшырыуҙарын кескәйҙәр, үҫмерҙәр генә түгел, ололар ҙа яратып ҡарай. Студияның даны республиканан ситтә лә киң билдәле. Коллективтың Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, гел генә еңеү яулауы ла шул турала һөйләй. «Торналар», «Тубырса менән Сыртлыҡай», «Шихан сере», «Алтын балдаҡ», «Әсә көсө» кеүек фильм-әкиәттәр, документаль фильмдар, «Байтус», «Телекомпас», «Семәр» тапшырыуҙары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булһа, республикалағы беренсе «Алтын Орфей» ҙа – «Тамыр»ҙарҙа. Хәтерегеҙҙә булһа, «ҡоралай» фильм-әкиәте, барыбыҙҙы һоҡландырып (авторы – Г. ҡолһарина, режиссеры – Р. Фәтхиев), «Тефи»-төбәк – 2005» юғары телевизион премияһы менән баһаланды. Ә «ҡамыр батыр» әкиәте нәфис фильмдар араһында (режиссеры – А. Малбаева, сценарий авторы – Г. ҡолһарина) Ханты-Манси Автономиялы Округында үткән «Включайся» халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә «иң-иңе» тип табылғайны. Күптән түгел «Тамыр»ҙар «Мир Бибигона» I Бөтә Рәсәй фестиваленән ете номинация буйынса приз алып ҡайтты, «ҡарйондоҙ» әкиәте иһә беренсе урын яуланы. Әйткәндәй, студия эргәһендә 2003 йылда ойошторолған балалар вокаль ансамбленең дә уңыштары байтаҡ. Улар аудио һәм видеоальбомдар сығарып, тематик концерттар менән ҡыуандырып тора. Вокаль ансамбль Төркиәлә үткән «Төрөк донъяһы» халыҡ-ара фестивалдә лауреат булырға ла өлгөрҙө. Йыл һайын студия үткәргән байрам концерттарында ла әүҙем ҡатнаша.
Иртәнге сәғәт 7-нән төнгө 11-гә тиклем
Алға ҙур маҡсаттар ҡуйып ижад иткәнгә лә эштәре ырамлы коллективтың. Шуға күрә балалар-үҫмерҙәр каналы булдырыу тураһындағы тәҡдим республика етәкселеге тарафынан хуплау таба. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән бюджеттан телевизион ҡорамалдар һатып алыу һәм яңы тапшырыуҙар асыу өсөн аҡса бүленә. «Башнефть» акционерҙар компанияһы видеокамера һәм монтаж аппаратураһы һатып алырға ярҙам итә.
Бөгөн яңы телеканалды «Уфанет», «Башинформсвязь», «Кристалл» кабель провайдерҙары аша цифрлы форматта иртәнге сәғәт 7-нән төнгө 11-гә тиклем рәхәтләнеп ҡарарға мөмкин. Тапшырыуҙар дүртәр сәғәтлек блоктар менән бара. Каналды йәш тамашасылар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә ҙур ихласлыҡ менән ҡарай. «Әкиәт китабы»ндағы тылсымлы әкиәттәр бала күңелендә изгелек, яҡшылыҡ хаҡында яҡты уйҙар уятһа, «Шатлыҡ йыры»нда балалар йырларға өйрәнә. «Тамыр»ҙың вокаль ансамбле етәксеһе Сәлимә Исламова «зәңгәр экран» аша балаларҙы йырҙың йөкмәткеһенә, мәғәнәһенә, башҡарыу серҙәренә төшөндөрә, күнекмәләр ҙә үткәрә. «ӘЮЯ ҡаласығы» – зиһенде үҫтереү, өндәрҙе, хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү өсөн иң уңышлы тапшырыу. Бында, дөрөҫ итеп һөйләм төҙөүҙән тыш, фекереңде белдерергә лә өйрәнәһең. Уйын формаһында барған тапшырыуҙы алып барыу өсөн махсус белемле логопед йәлеп ителгән. «Тау-тау хәбәр»ҙә яңылыҡтар еткерелһә, «Шәп арба» – малайҙар өсөн ҡыҙыҡлы – ҡул эштәрен үҙләштерергә мөмкин. Ә «Ғәләмәт донъя» – үҙе бер мөғжизәле донъя. Шүрәле менән бергә әллә күпме ҡыҙыҡлы мажара серен асаһың. «Бауырһаҡ» дөрөҫ туҡланыу, аш-һыу серҙәренә арналһа, «Борсаҡ»та төрлө уйындар, физик күнегеүҙәр, бейеү, хәрәкәт, сәләмәтлек хаҡында белем эстәйһең. Тағы онотоп торам, «Моңасҡыс» тип аталған шәп тапшырыу бар. Ул – классик музыка хаҡында.
Ҙур тәрбиә мәктәбе
Һанап үтелгән тапшырыуҙарҙан тыш, башҡорт теленә тәржемә ителгән йәнһүрәттәр, зиһенде үҫтереүгә йүнәлтелгән фильмдарҙы ҡарап кинәнергә лә мөмкин. Уйын формаһындағы фильмдар, йәнһүрәттәр булдырыу ҙа күҙаллана телеканалда. Иң мөһиме, телевизорҙан айырылмаған бала өсөн туған телдәге тапшырыуҙар – үҙе бер тәрбиә мәктәбе.
Береһенән-береһе шуҡ, тырыш балалар менән эшләгән, уларҙың таланттарын асҡан коллектив һәр саҡ матур идеяларын тормошҡа ашырып, илһамланып ижад итә. Әле лә улар өсөн тынғыһыҙ мәл. Сер итеп кенә әйтһәк, нәҡ әле «Сулпылар»ҙың гала-концертын яҙҙырыу бара, мажараға бай Яңы йыл фильмы төшөрөлә.
– Илдең күп абруйлы тележурналистары «Тамыр» студияһы эшмәкәрлеген юғары баһалай. Күптән түгел ТЭФИ академигы Нина Зверева, яңы проекттарҙың эш материалдарын ҡарап сыҡҡандан һуң, һоҡланыуын белдереп, каналдың Бөтә Рәсәй киңлегендә лайыҡлы урын табырына ышаныс белдергәйне. Был бик ҙур баһа, хатта ҡурҡыныс та булып китә. Әммә беҙҙе «Тамыр»ҙа беренсе көндәрҙән үк юғары маҡсат ҡуйып эшләргә өйрәттеләр, – тине «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр каналының директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы ҡолһарина, каналдың эш мөмкинлектәре менән таныштырып.
Ысынлап та, канал Рәсәй балалар телевидениеһы өсөн көслө конкурент булырлыҡ. Быға тамсы ла шик юҡ.
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай Кәримов фотоһы.