+1 °С
Ҡар
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
11 Декабрь 2010, 17:47
Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне
БР Мәҙәниәт министрлығында Асҡар Абдразаҡов мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Юғары наградаларға 12 кеше лайыҡ булды. Уларҙың туғыҙына «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Марат Яҡуповҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. «Китап» нәшриәтенең уҡыу әсбаптары буйынса мөхәррире Зөһрә Яйҡарова БР-ҙың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде, Әлфиә Әсәҙуллина «БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.Бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, Асҡар Әмир улы уларға артабан да илһамланып эшләүҙәрен, яңы ижади үрҙәр теләне.Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне
БР Мәҙәниәт министрлығында Асҡар Абдразаҡов мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Юғары наградаларға 12 кеше лайыҡ булды. Уларҙың туғыҙына «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Марат Яҡуповҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме бирелде.
«Китап» нәшриәтенең уҡыу әсбаптары буйынса мөхәррире Зөһрә Яйҡарова БР-ҙың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде, Әлфиә Әсәҙуллина «БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, Асҡар Әмир улы уларға артабан да илһамланып эшләүҙәрен, яңы ижади үрҙәр теләне.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.
Читайте нас:
Ултыр беҙҙең арбаға!
"Йәшлек" гәзитенең "Телеграм"дағы каналына ҡушыл, дуҫ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять