-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Декабрь 2010, 16:05

«Башҡортостан уҡытыусыһы» дуҫтарын йыйҙы

Ошо көндәрҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында Уҡытыусы йылы, Республика йылы һәм «Башҡортостан уҡытыу­сыһы» журналының 90 йыллығына арналған матур осрашыу үтте. Осрашыуҙа БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, республика район-ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлеге етәкселәре, матбуғат ветерандары һәм уҡытыусылар ҡатнашты.

Журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов үҙенең сығышында баҫманың тарихына байҡау яһаны. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән журналды абруйлы баҫмаға әйләндереү өсөн күп көс һалған Т. Ченәкәй, Ғ. Дәүләтшин, И. Насыри, Ғ. Ирғәлин, С. Ғүмәровтар оло хөрмәт менән телгә алынды, киләсәккә бурыстар асыҡланды, пландар билдәләнде.
«Башҡортостан уҡытыусыһы» – мәғарифҡа хеҙмәт иткән, республикала иң күп тираж менән нәшер ителеүсе, туғыҙ телдә материалдар баҫтырыусы фәнни-педагогик һәм методик журнал. Йыл һайын иң әүҙем һәм һәләтле авторҙарын билдәләп, лауреаттарҙы бүләкләү күптән матур йолаға әйләнгән. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Г. Хажиева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты Л. Хәбибов, Өфө ҡалаһынан китапханасы Э. Ушакова, Силәбе дәүләт университеты доценты ҡ. Мортазин, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле кафедраһы мөдире, доцент Л. Сәмситова, Өфө ҡалаһының 147-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Р. Батырова 2010 йылдың лауреаттары тип билдәләнде.
Дәртле бейеүҙәр, тыуған илебеҙ – Башҡортостанға арналған тематик йырҙар тамашаға йәм өҫтәне.

Гөлсирә БОҪҡОНОВА.