Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Декабрь 2010, 18:29

Мөхәббәтле кисәгә рәхим итегеҙ!

Белеүебеҙсә, Өфөнөң Нефтселәр һарайында сағыу мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы проекттар үтеп тора. Яңыраҡ «Юлдаш» радиоһының юбилей концерты, «Дүрт йөрәк» реалити-шоу проекты менән һөйөндөрһәләр, бөгөн киске сәғәт 7-лә «Моңдан ярал­ған мөхәббәт, йәки ҡышҡы бер кистә...» тип аталған ҙур концерт үҙ тамашасыһын көтә.Һеҙ яратҡан йырсылар Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Нәзифә ҡади­рова һәм Ғәле Алтынбаев, Сулпан һәм Альберт Салауатовтар, Алтынай һәм Шәһит Хамматов, шулай уҡ Сибай, Нефтекама, хатта Татарстан­дан килгән йырсылар ҙа үҙ күстәнәстәрен тәҡдим итәсәк.Тамашала танылған «Вираж», «Дива», «Ренессанс» бейеү коллективтары ҡатнаша.Йәш таланттарҙы сәхнәгә сығарыу, башҡорт сәхнәһендә оҙаҡ йылдар эшләп килгән парлы «йондоҙ»ҙарҙы осра­штырыу ниәте менән үткәрелгән программаның авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Кинйә­бикә Исламғолова.Килегеҙ, күрегеҙ, илһамланығыҙ!Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,БДУ студенты.

Белеүебеҙсә, Өфөнөң Нефтселәр һарайында сағыу мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы проекттар үтеп тора. Яңыраҡ «Юлдаш» радиоһының юбилей концерты, «Дүрт йөрәк» реалити-шоу проекты менән һөйөндөрһәләр, бөгөн киске сәғәт 7-лә «Моңдан ярал­ған мөхәббәт, йәки ҡышҡы бер кистә...» тип аталған ҙур концерт үҙ тамашасыһын көтә.
Һеҙ яратҡан йырсылар Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Нәзифә ҡади­рова һәм Ғәле Алтынбаев, Сулпан һәм Альберт Салауатовтар, Алтынай һәм Шәһит Хамматов, шулай уҡ Сибай, Нефтекама, хатта Татарстан­дан килгән йырсылар ҙа үҙ күстәнәстәрен тәҡдим итәсәк.
Тамашала танылған «Вираж», «Дива», «Ренессанс» бейеү коллективтары ҡатнаша.
Йәш таланттарҙы сәхнәгә сығарыу, башҡорт сәхнәһендә оҙаҡ йылдар эшләп килгән парлы «йондоҙ»ҙарҙы осра­штырыу ниәте менән үткәрелгән программаның авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Кинйә­бикә Исламғолова.
Килегеҙ, күрегеҙ, илһамланығыҙ!

Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.
Читайте нас: