-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Ноябрь 2010, 16:32

Таңға тиклем бейенек!

Бөгөн дә популяр, сәхнәләрҙе биҙәүсе йырсылар менән бергә, унар йылдар буйы сәхнәлә сығыш яһамаған төркөмдәрҙең ҡайтанан тупланыуын күреү бәхете тейҙе беҙгә. Баш ҡалабыҙҙың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы» күптән көтөлгән, үҙебеҙсә, башҡортса бейеү һәм йырлау сараһы булды. Дискотеканың афишаһын күргәс тә күңелгә йылы ингәйне – сарала башҡарыласаҡ йырҙар­ҙың һәр береһен яттан тиерлек беләбеҙ икән дә баһа! Нимә был – иң шәп, күңелгә ятышлы йырҙар­ҙы мәңгелеккә иҫтә ҡалдырыумы, әллә студент саҡта, ятаҡтарҙа рәхәтләнеп гөрләп йәшәгән ваҡыттарҙы һағыныу­мы? Моғайын, икеһе лә булғандыр. Һәр хәлдә, «Өфө уттары»на «Хәҙер иң шәп йырҙарҙы ишетәсәкбеҙ!» тигән уйҙар менән ҡанатланып килдек һәм, ысынлап та, рәхәтләнеп бейеп ҡайттыҡ.

Таңға тиклем бейенек!
Бөгөн дә популяр, сәхнәләрҙе биҙәүсе йырсылар менән бергә, унар йылдар буйы сәхнәлә сығыш яһамаған төркөмдәрҙең ҡайтанан тупланыуын күреү бәхете тейҙе беҙгә. Баш ҡалабыҙҙың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы» күптән көтөлгән, үҙебеҙсә, башҡортса бейеү һәм йырлау сараһы булды.
Дискотеканың афишаһын күргәс тә күңелгә йылы ингәйне – сарала башҡарыласаҡ йырҙар­ҙың һәр береһен яттан тиерлек беләбеҙ икән дә баһа! Нимә был – иң шәп, күңелгә ятышлы йырҙар­ҙы мәңгелеккә иҫтә ҡалдырыумы, әллә студент саҡта, ятаҡтарҙа рәхәтләнеп гөрләп йәшәгән ваҡыттарҙы һағыныу­мы? Моғайын, икеһе лә булғандыр. Һәр хәлдә, «Өфө уттары»на «Хәҙер иң шәп йырҙарҙы ишетәсәкбеҙ!» тигән уйҙар менән ҡанатланып килдек һәм, ысынлап та, рәхәтләнеп бейеп ҡайттыҡ.
«Аҡйондоҙ», «Сая», «Ант», «Етегән» төркөмдәренең, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Фәнис Солтанғолов, Заһир Байыҡ, Рөстәм Ғиззәтуллин, Гөлдәр Ишҡыуатоваларҙың сығышы 90-сы йылдарҙа уҡ популяр булһа, бөгөн дә ҡыҙыҡлы һәм күрмәлекле. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уларҙан һуң эстрадаға килгәндәр араһында бөтә халыҡты бейетерлек сығыштар әллә ни юҡ тиерлек. Тап ошо йырсылар һәм төркөмдәр – һәр бер концерттың йөҙөк ҡашы. ҡыҫҡаһы, улар йәштәрҙең дә, урта быуындың да зауығына тап килерлек дискотекалар ойошторорлоҡ йырҙары менән ғорурлана ала.
Шуға ла үткән ял көндәрендә баш ҡаланың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы»нда кисә генә студент булып киткән йәш кенә егет-ҡыҙҙар­ҙы ла, инде уҡып бөтөп, ғаилә ҡороп, 35 йәштәр тирәһенә яҡынлашҡандарҙы ла күрергә була ине. Иң мөһиме – кешеләр рәхәтләнеп ял да итһен, башҡорт егет-ҡыҙҙары үҙ-ара танышһын, аралашһын өсөн майҙан булдырылды.
Бындай саралар йышыраҡ ойошторолһон ине. Улар шулай Өфөнөң иң шәп клубтарында үтһә, бигерәк тә шәп!

Л. СОЛТАНОВА.
Ш. ЯУБАҪАРОВ фотоһы.