-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Ноябрь 2010, 16:11

«Хәтәр мегаполис» саҡыра

«Беҙҙең Өфөлә 10 – 15 миллион кеше йәшәмәһә лә, ул да үҙенә күрә бер мегаполис. Халыҡта, мегаполис­та йәшәүсе кешеләрҙең тормошҡа ҡарашы, ҡылыҡтары, характерҙары бүтән төрлө була, тигән фекер йөрөй. Йәнәһе лә, ҡалала позитив әҙ, һалҡынлыҡ хөкөм һөрә. Ә минең быға ҡаршы төшкөм килә». Сәғиҙулла Байегет 5 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертының нимә хаҡында буласаҡ икәнен шулай тип аңлатты.

Зөһрә Бураҡаева сценарийы буйынса ойоштороласаҡ мюзикл ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролған. Унда ауыл тормошо ла ситтә тороп ҡалмай, ҡалалағы тормош, мөхәббәт өсмөйөшө, ауыл ҡыҙының аҡ хыялдары, ҡалала үҙ урынын табырға теләүе – барыһы ла сағыла. Фирүзә Париж, Гөлнур ҡарабулатова, Артур ҡунаҡбаев, «Һомай» төркөмө, 4 – 5 бе­йеү төркөмө күңелдәрҙе күтәрерлек ҡыҙыҡлы тамаша бүләк итмәксе. Күп йырҙарҙы артистар джаз төркөмөнә ҡушылып башҡарасаҡ. Халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле менән берлектә фолк-рок стилендәге моңдарҙың тәҡдим ителеүе лә һәйбәт күренеш – башҡорт сәхнәһендә был тәүге тапҡыр буласаҡ. Талантлы ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәй­нетдинов­тың сығышы ла тамашасы­ларҙың күңеленә хуш килер. «Кон­церттан – мюзиклға» йәки «Хәтәр мега­полис» тип аталған тамаша үҙенең исемен аҡламаҡсы.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.