-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Ноябрь 2010, 17:49

Йәштәргә рух, тәрбиә биреүсе проект

Үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Дүрт йөрәк» тигән реалити-шоу үтте. Проекттың авторҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Зөлфәр Әхмәтов башҡорт сәхнәһендә асыш яһаны, тип әйтһәк, яңылышмаҫбыҙ. Сөнки бындай тормошсан, мәғәнәүи программа менән башҡорт эстрадаһында быға тиклем сығыш яһағандары юҡ ине. Тимәк, беҙҙең талантлы, үҙ фекере, әйтер һүҙе булған йәштәребеҙ арта.

Йәштәргә рух, тәрбиә биреүсе проект
Үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Дүрт йөрәк» тигән реалити-шоу үтте. Проекттың авторҙары Зөһрә Бураҡаева һәм Зөлфәр Әхмәтов башҡорт сәхнәһендә асыш яһаны, тип әйтһәк, яңылышмаҫбыҙ. Сөнки бындай тормошсан, мәғәнәүи программа менән башҡорт эстрадаһында быға тиклем сығыш яһағандары юҡ ине. Тимәк, беҙҙең талантлы, үҙ фекере, әйтер һүҙе булған йәштәребеҙ арта.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының йәш актерҙары Роберт Йылҡыбаев, Салауат Юлдашбаев, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов фәлсәфәүи фекер алышыу аша тормош мәғәнәһе, ысын мөхәббәт хаҡында халыҡҡа төшөндөрөргә тырышты. Йәш актерҙарҙың театр сәхнәһе менән генә сикләнеп ҡалмауы һөйөндөрҙө. Тик уларға тамашасылар алдында үҙҙәрен иркен, тәбиғи тотоу етеңкерәмәне.
Танылған йәш йырсы Гөлнур ҡарабулатова, Алтынайҙың моңло тауышлы йырҙары халыҡҡа оҡшаны. Уларға дәртләнеп ҡул саптылар. Өзләү, башҡорт музыка ҡоралдарының, шулай уҡ патриотик йырҙарҙың яңғырауы тамашаға йәм өрҙө. Уларҙы «ҡалъя», «Арғымаҡ» рок-төркөмдәре башҡарҙы.
Беҙҙең халыҡ аҙна һайын телевизорҙан «Субботний вечер» программаһында «Тодес» бейеү ансамбленең бейеүҙәрен ҡарап һоҡлана. Реалити-шоуҙа «Вираж», «Гранде», «Ренессанс» ансамблдәренең сығыш яһауы бик матур яңылыҡ булды. Күп тамашасы был төркөм­дәр­ҙең барлығын да белмәгәндер.
Сәхнәбеҙгә әленән-әле йәш йырсы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың сығыуы – һөйөнөслө күренеш. Ләкин улар­ҙың ысын талантмы, юҡмы икәне тураһында ләм-мим. Тәүге ижади аҙымдарын яһаған йәш йырсыларға үҙ өҫтөндә ныҡлап эшләү кәрәктер. Ысынлап та, халыҡ алдына сығып, көслө музыка аҫтында тауышһыҙ ғына йырлап маташыуы еңелдер. Бында бит музыканың ни тиклем көслө булыуы түгел, ә йырсының моңло тауышы мөһим. ҡолаҡҡа үтеп ингән музыка арҡаһында йырсының нимә тураһында йырлағанын аңламай ҙа ҡалаһың. Мәҫәлән, Фәнзил Әҙелбаевтың «Кәләш» тигән йыр менән сығыш яһауы миңә бик ҡыҙыҡ тойолдо. Ахырҙа, эргәмдә ултырған танышым: «Нимә тип йырлай ул?» – тип һорап ҡуйҙы. Һүҙҙәренең аҙағында тик «кәләш» тип әйткәне генә ишетелә, ә башҡаһы, барабан тауышына, көслө музыкаға күмелеп, ишетелмәне лә, аңлашылманы ла.
Тағы ла бер етешһеҙлек: йәш йырсылар менән таныштырып барманылар. Ярай, Гөлнур ҡарабулатованы беләбеҙ. Ә бына Айсулпан, Арыҫланды, Айҙар Хәмзин, Радмир Абдуллинды белгән кеше һирәктер.
Тамашасы булараҡ, миндә шундай фекер тыуа: проекттың темаһы заман­ға тап килә, бик актуаль. Бындай йүнәлештең тамырланып, халыҡсан булып китәсәгенә шигем юҡ. Башҡорт шоу-бизнесында йәш режиссерҙарҙың үҫеүе, заман проблемаларын күтәреп сығыуы – оло ҡыуаныс. Проектты бойомға ашы­рыу­сыларға «Афарин!» тиергә генә ҡала.
Ысынлап та, аҡса менән рухи байлыҡ буталған заманда кеше шәхесе лә үҙгәрә. Шуны күрһәтте лә инде реалити-шоуҙа сәхнәгә сыҡҡан актер­ҙарыбыҙ.
Берәүҙәр атаһы эшләп тапҡан «крутой иномарка»ла елдерһә, икенселәр, ашарына, кейеренә йүнләп, иртәнән кискә тиклем хәләл көсөн түгә. Донъяны тигеҙләп булмай, ул шулай ҡоролған. Ә беҙ уны тигеҙләргә ашыҡмайыҡ, йәш быуынға тормошсан, мәғәнәле тамашаларыбыҙ аша бай рухи тәрбиә бирәйек.

Айҙар ХӨСӘЙЕНОВ, яҙыусы, тәржемәсе:
– Беҙ мәҙәниәт үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Һәр минут, һәр көн һайын, телевидение, радио, интернет аша иҫәпһеҙ-һанһыҙ сериалдар ҡарайбыҙ, төрлө йырҙар тыңлайбыҙ. Тик, халыҡ әйтмешләй, «эш һанда түгел – сифаты мөһим». Йыр булғас, күңелгә ятышлы, мәғәнәле булырға тейештер. Шуныһы ҡәнәғәтләндерҙе: «Дүрт йөрәк»тә беҙ йәшәгән замандың ситләшкәнлеге, тормош мәғәнәһенең юғала барыуы, үҙ-үҙеңде генә түгел, һине уратып алғандарҙы аңламау күрһәтелде.
Премьера юғары кимәлдә үтте, тип әйтә алмайым. Тауыш яғынан ҡытыршылыҡ, актерҙарҙың ҡаушап ҡалыуы, аҙағынаса асылып етмәүе һиҙелде, йомғаҡлау аныҡ ҡына бирелмәне.
Ләкин бындай хаталарҙың төҙәтелеренә ышанам.


Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.