Алыҫ-алыҫ бер илдә йәшәгән, ти, ағас малай. Мәктәпкә йөрөргә теләмәй, уйнарға, эш боҙорға ғына ярата ул... ҡыҙыҡһыныусан һәм ышаныусан, эскерһеҙ Буратиноның мажаралары уҫал Карабас-Барабас театрына килеп инеү менән башланып китә. Ниндәй сер өсөн Барабас Буратиноны утҡа яғырға йыйынған ерҙән өйөнә ҡайтарып ебәрә? Уға ташбаҡа Тортилла ниндәй асҡысты бирә һәм ҡайҙа уның ишеге?..
Яратҡан әкиәт – тиҙҙән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә! Мөләйем ҡурсаҡтар, хәйләкәрҙән-хәйләкәр Алиса менән Базилио, һөлөктәр һатыусы Дуремар һәм, әлбиттә, Карабас-Барабас менән Буратино үҙе тамашасыны көлдөрөр һәм аптыратыр, Яңы йылға күтәренке кәйеф бүләк итер!
Премьера 22 декабрҙә буласаҡ. Режиссеры – Айрат Әбүшаһманов, режиссер ассистенты – Алмас Әмиров, композиторы – Урал Иҙелбаев, бейеүҙәрҙе ҡуйыусы – Яна Головченко.
Гөлнара КӘРИМОВА.