Йәштәр өсөн өр-яңы тамаша буласағы хаҡында яҙғайныҡ инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк сара «Реалити-шоу: дүрт йөрәк» тип атала. Әлеге ваҡытта уға әҙерлек бара.
– Тамашасыны хайран итмәксебеҙ, – ти шоуҙың режиссеры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтов. – Быға тиклем әле беҙ әҙерләп ятҡанға оҡшаған тамаша булғаны юҡ.
Реалити-шоуҙың төп геройҙарына ла театрҙың йәш актерҙары Илгиз Таһиров, Роберт Йылҡыбаев, Салауат Юлдашбаев, Шәһит Хамматов «йән өрә», Илмир Иҙрисов – алып барыусы. Егеттәр әйтеүенсә, улар тыуҙырған образдар бик үҙенсәлекле. Тормошта төп маҡсатығыҙ нимә? Ошо һорауға яуап эҙләй улар. Мәҫәлән, Салауат Юлдашбаевтың «музыкант егете» иркә генә үҫкән, бөтә нәмә уның алдына килеп торған. Тик былар уны ялҡытҡан. Илгиз Таһиров урам малайын уйнай. Был образ хаҡында оҙаҡ сурытырға ла кәрәк түгел – урам балаларының ниндәйерәк булыуын күҙ алдына килтереү ҙә етә. Шәһит Хамматов донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, балалар йортонда үҫкән егет ролендә. Ә Роберт Йылҡыбаев иһә: «Мин тыуҙырған образ да башҡаларынан айырыла, әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙе ниҙер берләштерә лә», – тине, серле генә йылмайып. Ысынлап та, Заһир, Азамат, Ғәзиз һәм Әмирҙең ниндәй уртаҡлыҡтары бар һуң? Улар нисек реалити-шоуға килеп эләккән? Был һорауға яуапты 20 ноябрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк тамашала мотлаҡ табырһығыҙ.
Әйткәндәй, унда эстрадабыҙҙың билдәле йәш «йондоҙ»ҙары ла сығыш яһаясаҡ, яңы исемдәр ҙә асыласаҡ. Рэп стилендә өр-яңы тауыш менән яңғыраған үҙәкте өтөрлөк йыр ҙа башҡарыласаҡ. Уны тыңламай ҡалыу мөмкин түгел. Килегеҙ, йәштәр, һеҙҙе ҡыҙыҡлы шоу көтә!
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.