Тыуған еребеҙҙең тарихын һәм традицияларын белеү – мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө. Башҡорт халыҡ ижадын һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуындарға еткереү өсөн Өфөнөң «Химик» мәҙәниәт һарайында быйыл март айында «Йондоҙлоҡ» тип аталған фольклор коллективы барлыҡҡа килде.
Был төркөмгә йән өрөүсе художество етәксеһе Айгөл Марат ҡыҙы Садиҡова үҙ янына башҡорт йырҙарын һәм бейеүҙәрен һөйөүселәрҙе тупланы. «Химик» мәҙәниәт йортона халҡыбыҙҙың тормошон сағылдырырҙай башҡорт фольклор ансамбле ойоштороу теләге менән янып килдем, – тип һөйләй Айгөл Марат ҡыҙы. – Теләгәнемде шундуҡ күтәреп алдылар. Сөнки быға тиклем дә был мәҙәниәт усағында театр ансамбле, вокал һәм хореография төркөмдәре бар ине, ә башҡорт вокаль ансамбле булмаған».
Ойошторолған төркөм вокаль-инструменталь башҡарыу традицияһын бейеү сәнғәте менән оҫта берләштергән. Бейеү серҙәренә Зөлфиә Хөснуллина өйрәтә.
Айгөл Садиҡова быға тиклем Нефтселәр мәҙәниәт һарайында фольклор төркөмө менән шөғөлләнә һәм «Майҙан» тип аталған ансамблде етәкләй, концерт программаларын әҙерләү һәм костюмдар тегеү өсөн яуаплы була. Республика һәм халыҡ-ара вокал буйынса конкурстарҙа ҡатнаша («Туған тел», «Дуҫлыҡ моңо», «Гәлсәр һандуғас»).
«Йондоҙлоҡ» ансамблендә төрлө йәштәге кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре шөғөлләнә. Уларҙы туған моңға һәм бейеүгә һөйөү берләштергән. Бында улар көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, яратҡан шөғөлдәренә бирелә. Төркөмдә 30-лап кеше иҫәпләнә, ике состав – йәштәр һәм ололар. Йәштәр төркөмөндә 15 йәштән алып шөғөлләнәләр, ә ололарҙыҡында 55 йәшкә тиклемге кешеләр бейеп-йырлай.
Ансамблдең репертуары халыҡ йырҙарынан һәм бейеүҙәренән, йола уйындарынан тора. Коллектив ағзалары ихласлап вокал түңәрәгенең репетицияларына йөрөй, йолаларҙы сәхнәләштереүҙә ҡатнаша һәм музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. «Химик» мәҙәниәт һарайында уҙғарылған «Аулаҡ» ижад кисәләрендә улар үҙҙәренең концерт номерҙары менән сығыш яһай, яйлап сәхнә серҙәренә төшөнә. Бейеү менән ҡыҙыҡһынған йәштәрҙең ҡайһы берҙәре ҡаланың музыка һәм хореография училищеларында уҡый.
Коллективтың киләсәккә пландары ҙур. Район һәм ҡала фольклор сәнғәте фестивалдәре ойошторорға уйлайҙар. Был эшкә башҡорт мәктәптәрен һәм гимназияларын да йәлеп итмәкселәр. Эстрада-фольклор ансамбле ойоштороу буйынса ла эштәр алып барыла, «Туған тел» һәм «Урал моңо» конкурстарында ҡатнашырға ла әҙерләнәләр.
– Беҙ үҙебеҙҙең сафтарҙа талантлы, йыр-моңға ғашиҡ кешеләрҙе күрергә һәр ваҡыт шатбыҙ, – ти Айгөл Марат ҡыҙы. – Ундайҙар өсөн «Йондоҙлоҡ» ансамбленең ишектәре һәр саҡ асыҡ!
Рөстәм ХӘБИРОВ.