Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Ноябрь 2010, 14:56

Стәрлеләр миҙгел асты

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры ҡаланың мәҙәни тормошонда ғына түгел, тотош Башҡортостандың сәнғәт донъяһында сағыу йондоҙ булып балҡый. Театр коллективы 20-се ижади миҙгелен кесе йомала билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың пьесаһы буйынса әҙерләнгән «Күңелле йәшәйбеҙ» сатирик комедияһы менән асып ебәрҙе.

Спектаклде сәхнәгә талантлы йәш режиссер Зиннур Сөләймәнов ҡуйған. Музыкаль яҡтан Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаев биҙәгән.
Стәрленең сәнғәткә үтә талапсан тамашасыларын бер генә минутҡа ла битараф ҡалдырмаған спектаклдә театр­ҙың йәш артистары Илфир Баймырҙин, Ләйсән Кәримова, Юлиә Ғәләүетдинова, Ләйсән Миңлеғәлиева, Азамат Хәлилов үҙҙәренең барлыҡ оҫталығын күрһәтә алды.
– Сираттағы миҙгелебеҙҙе уңышлы асып ебәрҙек, – тине театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин. – Киләсәктә ҡала, республика һәм унан ситтә йәшәгән театр һөйөүселәрҙе яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәре менән ҡыуандырырбыҙ, тигән пландар менән йәшәйбеҙ. Был йәһәттән театрыбыҙҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Таһир Искәндәров та һәр бер ынтылышыбыҙҙы хуплап ҡабул итә.

С. РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Читайте нас: