Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Октябрь 2010, 16:34

«Елғыуар»ға өмөт ҙур!

Кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасыларҙы һөйөндөрөп, кинотеатрҙар экранына башҡорт ерлегендә төшөрөлгән нәфис фильм сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағолов ижад иткән «Елғыуар» картинаһын ҡараған һәр кемдә: «Беҙҙә лә төшөрә беләләр!» – тигән һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уяна. Ысынлап та, үҙебеҙҙә төшөрөлгән фильмды кинотеатр экранында күреү – үҙе бер кинәнес. Сөнки барыбыҙ өсөн дә күптән өмөтләнеп, көтөп алған танһыҡ картина ул. Ошо уңайҙан бөгөнгө башҡорт кино сәнғәтендә иң ҙур проект булған «Елғыуар» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер ижадсыларҙы, ойоштороусылар­ҙы һәм унда ҡатнашыусылар­ҙы «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүгә йыйҙыҡ. Улар: «Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира ҡыуатова, фильмда төп ролдәрҙе башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәм Илнур Ғәниев менән Эльмира Рысаева. Тик әлеге ваҡытта сит ҡалала сираттағы мөһим проект өҫтөндә эшләүсе режиссерҙың үҙен осрашыуға саҡыра алманыҡ. Күрешербеҙ әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

«Елғыуар»ға өмөт ҙур!
«Елғыуар»ға өмөт ҙур!
Читайте нас: