Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Октябрь 2010, 15:26

Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон

Быйыл баҡалылар тыуған райондарының барлыҡҡа килеүенең 80 йыллығын билдәләй. Тарих үлсәме буйынса был әллә ни ҙур булмаған ваҡыт арауығы бер нисә быуындың тормошон үҙ эсенә ала. Райондың, кешеләр кеүек үк, үҙ йөҙө, биографияһы бар. Был – үткәндәр һәм хәҙерге ваҡиғалар, тәбиғәт һәм күренекле урындар ғына түгел, ә кешеләр­ҙең киләсәккә ынтылған эштәре һәм яҙмыштары ла. Тарихи ваҡиғаларға бай үткәне булған, бөтә ил менән бергә һуғыш михнәттәрен кисергән, халыҡ хужалығын тергеҙгән район үҙәге Баҡалыны, райондың тораҡ пункттарын төҙөргә һәм төҙөкләндерергә күп көс һалған баҡалыларҙың данлы исемдәрен яҡташтары бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн тормоштоң бөтә өлкәләрендә ҙур үҙгәрештәр барғанда, район халҡы үҙен иҡтисадта тағы ла әүҙемерәк күрһәтә, ерҙе аҡыл менән файҙаланыуға, социаль өлкәне үҫтереүгә бар тырышлығын һала. Әлбиттә, үҙең йәшәгән төйәкте ихлас яратмай тороп, бөтә илде яратыу мөмкин түгел. Баҡалылар тыуған ерен ысын күңелдән ярата.

Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙон
Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон
Читайте нас: