-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Сентябрь 2010, 18:31

«Алтын көҙҙә алтын йырҙар...»

Йәмле йәйҙең мажараларынан һуң күңелдәр һағыш­ҡа бирелеп, йыр һөйөүсе тамашасылар бер-береһе менән осрашыу көтә, сәхнәләрҙә яңы тамашалар күргеһе килә. Күп сәнғәт учреждениелары киләһе ижад миҙгелен асыуға әҙерлек башланы. Был­тырғы концерт миҙгелендә бихисап сағыу тамашаһы менән ҡыуандырған Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 72-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Матур, йөкмәткеле программалар­ҙың береһе 23, 24 сен­тябрҙә филармонияның Ҙур залында үтә. «Алтын көҙ моңдары» исемле беренсе башҡорт һәм татар эстрадаһы концерт-фестивале йырға «һыуһаған» тамашасылар өсөн ҙур бүләк булыр.

Ойоштороусылар әйте­үенсә, концерт-фестивалдә төрлө жанр артистары ҡатнашасаҡ, әммә күберәк эстрада йырына баҫым яһаласаҡ. Улар һеҙҙе берсә һары һағышҡа сорнар, берсә һөйөү уттарында яндырыр һәм фәлсәфәүи уйҙарға һалыр.
«Далан», «Каруанһарай» үҙҙәренең таланты менән йәш йөрәктәрҙе дәртләндерһә, «ҡыҙыҡ-Мәҙәк» көлдөрөп, күңелдәрҙе күтәрер. Фәдис Ғәниев, Азамат Тимеров, Әлфиә Юлсу­рина, Зифа Нагаева, Фән Вәлиәхмәтов, Альберт Шаһиев, Лилиә Биктиме­рова, Вәлит Илембәтов, Нурия Абдуллина, Радик Вәлмөхәмәтов, Айгөл Һағынбаева, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, Зилә һәм Хәсән Усмановтар һәм башҡалар үҙҙәренең алтын көҙҙәй алтын йырҙарын һеҙгә бүләк итер.