Тырышҡан – кино төшөргән!
«Башҡортостан» киностудияһында 1995 йылдан эшләгәс, уның төрлө осорҙарын күрергә, кисерергә тура килде. ҡыуандыҡ та, иланыҡ та. Бөгөн, беҙҙең профессиональ байрам – Рәсәй киноһы көнөндә, башҡорт киноһы тураһында нимә әйтергә була? Интернет-форумдарҙа, таныш-белештәрҙең иң тәүге һорауы, ғәҙәттә, бер: «ҡасан һеҙ Салауат Юлаев тураһында кино төшөрәсәкһегеҙ? Нишләп һеҙ һаман да меҫкен хәлдә ул?». Икенсе һорауҙы «үрҙәге»ләргә төбәйем, ә инде тәүге һорауға яуап бирергә баҙнат итәм.