

Ҡунаҡҡа килгән һәр бер кеше, һеҙҙә һауа шундай саф, ауылың матур, тип ҡайта. Төйәгемде үтеп киткән саҡта икенсе яҡтарҙа йәшәгән дуҫтарым ауыл осонда матур булып ултырған мәсетте фотоға төшөрөп ебәрә. Ул һәр ваҡыт асыҡ, оло юлдан үткән саҡта инеп, намаҙ ҙа уҡып сығалар. Йыл да олоһо ла, кесеһе лә ураҙа тота, уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Быйыл да бер көн ҡалдырмай бер-береһенә тәрәүих намаҙына, ауыҙ асырға йөрөнөләр.
Беҙҙә мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб гөрләп эшләй. Ауылыбыҙҙа иманлы, эшсән, тырыш, әүҙем халыҡ йәшәгәнгә, ул үҫә һәм матурлана. Күп ауыл өсөн үрнәк булып тора ул Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол.
Фотоһүрәттә: Ауылыбыҙҙың иманлы апай-ағайҙары.
Айгүзәл ЙОСОПОВА.
Учалы районы.