Ошондай хикәйәт тә бар:
“Ибраһим ғәләйһис-сәләмгә бер көндө мохтаж кеше килеп инә. Ул үҙе йомарт булһа ла, был кешегә: «Минең динемә күсһәң, һине ашатып, эсереп доға ҡылам», – тигән. Теге кеше: «Мин күпме йылдар үҙемсә йәшәп, бер тапҡыр ашау өсөн генә динемде алмаштырмайым инде», – ти ҙә сығып китә. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә бәйғәмбәргә: «Мин ул бәндәне күп йыл буйына тәрбиәләнем, әммә миңә ғибәҙәт ҡыл, тип әйтеп өлгөрмәнем. Ә һин унан ашатыр өсөн динен үҙгәртеүен һораның», – тип асыулана. Был һүҙҙәрҙән Ибраһим (с.ғ.с.) ул кешене эҙләп таба, ашата, эсерә. Тамағы туйғас, теге бәндә: «Йә, Ибраһим, һин бит теге юлы динемде үҙгәртһәм генә мине ҡунаҡ итәм, тигәйнең. Ә хәҙер үҙең эҙләп табып һыйланың. Бының хикмәте нимәлә?» – тип һорай. «Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәм, тип һине эҙләп таптым», – тип яуаплай. Теге мосафир Аллаһы Тәғәләнең үҙен иҫкә алыуын белгәс, шунда уҡ Ислам динен ҡабул итә”.
Тимәк, ауыр хәлдәге кеше һеҙҙән ярҙам һорай икән, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.