Намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан, мохтаждарға саҙаҡаһын да даими биреп торған. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.в.): «Атай-әсәһе бармы?»— тип һораған. Атаһы вафат, әсәһе иҫән, тип яуаплағандар. «Әсәһе яныма килерлекме икән? Килерлек булмаһа, үҙем барам», — ти. Әсәһенә кеше ебәрә. Теге ҡатын, килеүем хәйерлерәк, тип, Мөхәммәт (с.ғ.в.) янына килә.
— Улыңа берәй үпкәң бар инеме әллә? — тип ҡатындан һорай Аллаһ илсеһе.
— Мин уға ныҡ үпкәләгәйнем, — ти әсәһе. — Әле лә кисерә алмайым. Һәр ваҡыт минекен түгел, ҡатынының һүҙен өҫтөн күрҙе. Хаҡлымы-хаҡһыҙмы, үпкәләгәйнем.
— Бына улың хәҙер шәһаҙәт кәлимәһен әйтә алмай, йән бирә алмайынса ғазапланып ята, иманһыҙ китеүе бар. Кисер уны, — ти.
— Ғәфү итә алмайым, — ти әсә. — Шул тиклем ныҡ рәнйетте, һуңынан айырым йәшәргә мәжбүр булдым.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мөхәммәт бәйғәмбәр күп итеп утын өйҙөртә лә, ут төртә. Теге ҡатынға:
– Ҡарап тор. Хәҙер улыңды утҡа ташлайҙар! – тип өндәшә.
– Ташламағыҙ уны утҡа! Был күренеште мин сыҙап ҡарап тора алмайым, – тип ҡатын ҡысҡырып ебәрә.
Бәйғәмбәр:
— Бына үҙеңдең бәхиллегеңде бирмәүең менән улыңды мәңгелек утка хөкөм иттең, үҙең уның өс сәғәт яныуын да күтәрә алмайһың, — ти. Шунан һуң әсә ризалығын бирә. Шул саҡ улы: «Лә иләһә илләллаһ, Мөхәммәдү Рәсүлуллаһ», — тип йән бирә. Иман менән китә.
Иң яҡын ҡәҙерле кешеләребеҙҙең бәхиллеген алмаһаҡ, был фани донъянан иманһыҙ китеүебеҙ ҙә ихтимал.
Ҡөрьәндә башта Аллаһы Тәғәләгә, һуңынан Аллаһтың Рәсүленә, ата-әсәләрегеҙгә, һайлап ҡуйған етәкселәрегеҙгә итәғәт итегеҙ, тип әйтелә.
Ҡартлыҡ һәр кемгә лә килә. Ата-әсәйегеҙҙең бәхиллеген, фатихаһын алып йәшәгеҙ. Уларҙың тормош тәжрибәһе ҙур, һеҙгә, балаларына, бер ҙә кире кәңәштәр бирмәҫтәр. Ҡартайғас, беҙҙе лә ҡәҙер-хөрмәт итһендәр, тиһәк, бөгөн атай-әсәй, өләсәй-олатайҙарыбыҙ, өлкәндәрҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп, уларҙың доғаһын алып ҡалырлыҡ итеп йәшәргә тейешбеҙ.
Йәлил хәҙрәт ФАЗЛЫЕВ.