Бөтә яңылыҡтар
Иман
29 Август 2025, 05:55

Кеше тикшереп, гонаһ алмағыҙ!

Ғүмәр – тоғро дүрт хәли­фә­ләрҙең береһе. Мөхәммәт бәйғәмбәр заманында ул ислам динен ҡабул иткән һәм иң яҡын дуҫтарының береһе булып һаналған рухлы кеше була.


Ғүмәр түрәлек эшенә ҙур әһәмиәт биреп, тоғро һәм ғәҙел булырға тырыша. Күп ваҡыт төндә йоҡламайынса, берәй кеше минең ярҙамыма мохтаж түгелме икән, тип урамдар буйлап төнө буйы йөрөп сыға. Шулай бер ваҡыт Мәҙинә урамдары буйлап йөрөгәндә, үҙ өйө янында ҡойма буйында бер гонаһ эшләүсене күреп ҡала ла, уға ҡысҡырып: «Һинең шулай өйөңдә ҡасып гонаһ эшләп ултырғаныңды Аллаһ күр­мәй­ҙер, тип уйлайһыңмы?» – тип өндәшә. Был әҙәм уға: 
– Эй, Ғүмәр, һин минең гонаһ эшләүемде күрҙең. Әммә үҙең бер юлы гонаһ та ҡылдың. Беренсенән, Аллаһы Тәғәлә: «Бер-берегеҙ артынан ҡарап, күҙәтеп, тикшереп йөрөмәгеҙ», – ти. Ә һин минең арттан ҡарап, күҙәтеп, тикшереп йөрөүсе­ләрҙән булдың. Икен­сенән, Раббыбыҙ: «Үҙегеҙҙең йорто­ғоҙҙан башҡа берәй йортҡа инергә теләһәгеҙ, рөхсәт һо­рамайынса һәм йорт эйәләренә сәләм бирмәйенсә тороп, инә күрмәгеҙ, – тип әйтә. Ә һин минән рөхсәт һораманың. Өсөнсөнән, Аллаһы Тәғәлә: «Йорттарға ишектәр аша ғына инегеҙ», – тип әйтә. Ә һин ишектән инмәйенсә, ҡойма башынан ғына өндәштең, – тип яуап бирә гонаһ ҡылыусы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Ғүмәр ике ҡулы менән йөҙөн ҡаплай һәм аҡырып илап ебәрә лә, боролоп китеп бара. Был төндөң иртәнге намаҙында ул шул тиклем илай, артында баҫып тороусылар, уның намаҙҙа нимә уҡығанын да аңлай алмай ҡалдыҡ, ти. Иртәнге намаҙ уҡылып бөткәндән һуң, төндә гонаһ ҡылған кеше Ғүмәр янына килеп: «Мин төндә һине күр­гәндән алып, башҡа гонаһ эшләмәҫкә Аллаһы Тәғәлә алдында вәғәҙә бирҙем һәм тәүбә иттем. Эй, Ғүмәр, һиңә ҡаты итеп өндәшкәнем өсөн мине ғәфү ит», – ти. Ғүмәрҙең дә күҙендә йәш күренә.  Ул да, әлеге кешегә: «Аллаһтың рәх­мәте яуһын һиңә, эй, Аллаһ бәндәһе. Һин миңә бик ҙур һабаҡ бирҙең. Әгәр ҙә рәнйеткән булһам, ғәфү ит мине!» – тип  яуап бирә.
Был хикәйәттән күренеүенсә, башҡа кешенең кәмселектәрен күҙәтеп, тикшереп йөрөү, кеше тураһында насар уйлау го­наһ­тары иҫерткес эсемлектәр эсеп, сусҡа итен ашауҙан бер ҙә кәм түгел.
 Сөнки Аллаһы Тәғәлә: «Эй, иман килтереүселәр, күп төрлө уйҙан, уйланыуҙан, кеше тикшереп, күҙәтеп йөрөүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән һаҡланығыҙ, Аллаһ­тан ҡурҡығыҙ, был ғәмәлдәрҙән һаҡланығыҙ, инде гонаһ эш­ләгән булһағыҙ, тәүбә итегеҙ», – ти. Кешенең энә ҡәҙәре етеш­һеҙлеген күргәнсе,  үҙеңдең оло кәмселегеңде төҙәтһәң, башҡа­ларҙың насар ҡылығын, кире яҡтарын күҙәтергә ваҡытың ҡалмаҫ.
Эй, һөйөклө дуҫым!  Аллаһтың һөйөклө бәндәһе булырға те­ләһәң, үҙеңдең кәмселегеңде бөтөрөргә, әхлаҡлы, тәүфиҡлы, иманлы булырға тырыш. Етеш­һеҙлек күрәһең икән, матур һүҙ менән йәки үҙең өлгө күрһәтеп, уны дөрөҫ юлға әйҙә.

З.Йәһүҙина. 

Читайте нас