Аллаһ Рәсүле лә, уның сәхәбәләре лә ҡорбан салыр булғандар. Ул – Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренең береһе. Был ғәмәл тураһында Ҡөрьән аяттарында ла әйтелгән. Шуға күрә ҡорбан салыуҙың шәриғәттә булыуына шигебеҙ юҡ.
Бының өсөн түбәндәге шарттар үтәлергә тейеш:
✔ Ҡорбан итеп дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек йорт хайуандары ғына килтерелә.
✔ Ҡырағай хайуандар ҡорбанға бармай.
✔Ҡорбанлыҡ малдың йәше еткән булыуы шарт.
✔Дөйә мотлаҡ биш йәшенә еткән булырға тейеш, һыйыр малының ике йәше тулыуы, кәзәнең бер йәшлек, һарыҡтың алты айлыҡ булыуы мотлаҡ.
✔Физик кәмселектәре булған хайуанды ҡорбан итеп салырға ярамай. Аҡһаҡ, күҙе йәрәхәтләнгән, үтә ябыҡ, ауырыу, мөгөҙө, ҡолаҡтары ҡырҡылған мал бармай.
✔Урланған малды ла ҡорбанлыҡ итеп файҙаланмайҙар. Ҡорбанды билдәле бер көндәрҙә салырға кәрәк.
Ҡорбан байрамы Ғәйет намаҙынан һуң башлана, тәшриҡ көндәренең һуңғыһында ҡояш байыу менән тамамлана.
Тәшриҡ көндәре – Ҡорбан байрамынан һуң килгән көндәр. Йәғни, Зөлхизә айының 11-се, 12-се һәм 13-сө көндәре. Тимәк, ҡорбанды 13-сө көн ҡояш байығанға тиклем салып өлгөрөргә кәрәк (быйыл ул 19 июнгә тап килә).
Ниндәй малды ҡорбанға килтереү яҡшыраҡ?
Иң яҡшыһы – дөйәне ҡорбан итеү. Унан ҡала – һыйыр. Шунан – һарыҡ һәм дә кәзә. Шулай уҡ дөйәнең һәм һыйыр малының етенән бер өлөшөн ҡорбан итергә мөмкин. Йәғни ете кеше бергә йыйылып дөйә йә һыйырҙы үҙенең һәм ғаилә ағзалары исеменән ҡорбан итеп сала. Һарыҡ һәм кәзә бер генә кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салына. Бәйғәмбәребеҙ ҡорбанға һимеҙ, итле һарыҡтарҙы салыр булған. Тәкәләрҙең көйҙөртөлгәндәрен дә, көйҙөртөлмәгәндәрен дә алған. Көйҙөртөлгән тәкәнең ите тәмлерәк булыуы билдәле. Көйҙөртөлмәгәне иһә бөтә ағзаларының да теүәл булыуы менән яҡшы.
Ҡорбанлыҡ итен нисек бүлергә?
Был хаҡта ғалимдар араһында төрлө фекер булһа ла, иң таралғаны – уны өс өлөшкә бүлеү. Бер өлөшөн ҡорбан салдырыусы үҙенә алып ҡала. Бер өлөшөн туғандарына, яҡындарына ашата. Ҡунаҡ итеп саҡырып һыйларға ла, таратып ҡына бирергә лә мөмкин. Бында кешенең хәленә, байлығына ҡарамайһың. Бер өлөшөн мохтаждарға таратып бирә.
Ҡорбанлыҡ малының итен дә, тиреһен дә, баш-тояҡтарын да һатырға ярамай. Әгәр ҙә ҡорбан салыу өсөн кемделер яллағанһың икән, хеҙмәт хаҡын ҡорбанлыҡтың ите менән түләү рөхсәт ителмәй. Эше өсөн айырым хаҡ биреп, итте бүләк итергә генә ярай.
Ҡорбанлыҡты салыу шарттары
Беренсенән, салыусы кешенең аҡылы теүәл булыуы мотлаҡ. Эскән, аҡылдан яҙған кеше мал сала алмай.
Икенсенән, салыусы йә мосолман, йә намаҙ уҡыған кеше булырға тейеш.
Өсөнсөнән, мал Аллаһ ризалығы өсөн генә салына. Ниндәйҙер әүлиәләрҙе, фәрештәләрҙе бөйөкләү ниәте менән салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
“Бисмиллаһ” тип Аллаһ исемен телгә алыу мотлаҡ. Юғиһә, был ит хәләл булмаясаҡ. Телһеҙ кеше салһа, ым-ишара менән күрһәтә.
Мал салыуҙың әҙәбе
✔Салған саҡта малды ҡибла яғына ҡаратып һалырға.
✔Бысаҡ үткер булырға тейеш. Үтмәҫ бысаҡ менән мал салыуҙы ҡайһы бер ғалимдар бөтөнләй тыя.
✔Малды тиҙ генә салып ебәреү хәйерле.
✔Салған саҡта уларҙы һул яғына һалыу дөрөҫөрәк.
✔Малды аяҡтар менән ҡыҫыңҡырап тотоп салыу – сөннәт.
✔Бысаҡты үткерләгәндә лә, һуйыр алдынан да малға күрһәтмәү хәйерлерәк. Күрһәтеп үткерләү – мәкрүһ. Башҡа мал күрерлек итеп салыу ҙа хупланмай.
✔Бисмилланы әйткәндән һуң “Аллаһү әкбәр” тип өҫтәп ҡуйыу яҡшы.
✔Ошо доғаны әйтергә кәрәк:
«Бисмиллаһ, Аллаһү әкбәр. Аллаһүммә минкә үә ләкә ғәнни. Аллаһүммә тәҡаббәл минни».
(Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһ Бөйөк. Эй Аллаһ, был нәмә Һинән һәм минән Һиңә бағышлана. Эй Аллаһ, минән ҡабул ит!»).
✔Әгәр ҙә кеше икенсе берәү өсөн салһа, ошолай тип әйтә:
«Бисмиллаһ, Аллаһү әкбәр. Аллаһүммә минкә үә ләкә ғән (шул кешенең исеме). Аллаһүммә тәҡаббәл мин (шул кешенең исеме)».
(Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһ Бөйөк. Эй Аллаһ, был нәмә Һинән һәм фәлән кешенән Һиңә бағышлана. Эй Аллаһ, фәлән кешенән ҡабул ит!»).
Аллаһы Тәғәлә ниәттәребеҙҙе дөрөҫ итеп һәммәбеҙҙең дә ҡорбандарын ҡабул итһен. Хоҙайҙың барлығына, берлегенә инанып, был ғәмәлде башҡарғандар оло сауапҡа ирешһен ине.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА әҙерләне.