Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Июнь , 05:05

Хәҙистәрҙән һабаҡ ал!

***

Байлыҡтың иң яҡшыһы – Ахирәттәге байлыҡ, тормош­тағы байлыҡтың иң яҡшыһы – Аллаһ бойорғандарға буйһо­ноп йәшәй белеү.
Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын те­ләһә, ауырлыҡта йә­шәүсенең хәлен еңеләйтһен.
 Кешенең ризығы гонаһтары сәбәпле киҫелә.
Аллаһы Тәғәләнең ризалы­ғын өмөт итеп бирелгән саҙаҡа етмеш төрлө бәлә-ҡаза ишеген ябыр.
Уң ҡул менән ашағыҙ һәм эсегеҙ. Сөнки һул ҡул менән шайтан ғына ашай һәм эсә.
Мосолман шатлыҡлы хәлен­дә шөкөр ҡылыр. Был уның өсөн хәйерҙер, сауаптыр. Ҡайғылы ваҡытында сабыр итер. Был уның үҙе өсөн хәйерлелер.
Кешегә дуҫ булһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер- дуҫың дошманға әйләнер, бер дош­маныңа асыуланһаң да, урта бул: ихтимал, бер көн килер – шул әҙәм менән дуҫ булырһың.
Изгелек эшләү һәләкәткә осрауҙан һаҡлар.
Күңелендә Ҡөрьәндән бер нәмә лә булмаған әҙәм буп- буш өй эсе кеүектер.
Көнөнә биш ваҡыт намаҙ уҡы­һаң, биш мәртәбә таҙа йылға һыуында ҡойоноп сыҡҡан кеүек булырһың.
Етемдәр малына ҡул һуҙыу – ризыҡтың иң яманы.
Әҙәм балаһының янында туҡ­һан туғыҙ үлем әйләнә.

Читайте нас: