Бөтә яңылыҡтар
Иман
31 Май 2024, 05:50

Йорт һайлар алдынан күрше һайла

Был донъяла әҙәм балалары яңғыҙ йәшәмәй, һәр кемдең күршеләре була. Улар менән, кемдәр икәнлегенә ҡарамаҫтан, мосолман яҡшы мөғәмәлә һаҡларға тейеш. Сөнки был – йәмғиәттең именлеге, ныҡлығы, тыныслығы һәм хәүефһеҙлеге шарты.

Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик күп әйтелә. Бер сахих хәҙистә Аллаһ рәсүле дуҫы Ябраил фәрештә (ғәләйһис-сәләм) тураһында шулай ти: “Миңә Ябраил күршелек тураһында шул тиклем күп кәңәш бирҙе, хатта мин күршегә мираҫ хаҡы бил­дәләнер, тип уйланым” («Әл-Бохари» һәм Мөслим йыйынтыҡтарынан). Йәғни күршегә шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк , ул үҙен хатта һинең яҡын туғаның (мираҫыңа хаҡы булған кешеләр) кеүек хис итһен. Икенсе бер хәҙистә шулай тиелә: “Кешенең бәхете – изге күрше, тыңлаусан ат, киң өй” (Әхмәд йыйын­тығынан). Тағы бер сахих хәҙистә бәй­ғәмбәребеҙ  мосолмандарға бик ҡәтғи рәүештә өндәшкән: “Кем Аллаһҡа һәм Һуңғы көнгә ышана, шул күршеһен хөрмәт итһен!” («Әл-Бохари» һәм Мөслим йыйын­тыҡтарынан). 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә күп мосолман күрше хаҡын аңлап етмәй һәм иң яҡын күршеләре менән дошманлашып йәшәй. Был донъя ваҡытлыса ғына, ҡәрҙәштәр! Ниндәйҙер тауыҡтар, ҡаҙҙар, бал ҡорттары, һауыт-һаба арҡаһында күршегеҙ менән арағыҙҙы боҙмағыҙ! Күршегеҙ нимәләлер ғәйепле булһа ла, түҙегеҙ, Аллаһы Тәғәлә хаҡына хатта үҙегеҙҙең хаҡығыҙҙан да баш тартырға әҙер тороғоҙ. Күршегеҙ һеҙҙең кәртәгеҙгә сөй ҡағырға теләһә, рөхсәт итегеҙ, һеҙҙең яҡтан килгән төтөнгә, еҫкә, тауышҡа зарланһа, үпкәләмәгеҙ,  киреһенсә, уға ҡамасаулаған нәмәләрҙе бөтөрөргә ты­рышығыҙ. “Мин һинең өсөн фәлән-фәлән нәмәләрҙе эшләнем, ә һин ниңә миңә эшләмәйһең?” – тип бәхәсләшмәгеҙ. 
Күршегеҙгә ҡарата изгелекте йәлләмәгеҙ. Бының турала бәйғәмбәребеҙ  шулай тип өйрәткән: “Дуҫтарҙың Аллаһ алдында иң яҡшыһы – дуҫына ҡарата иң яҡшы булғаны. Күршеләрҙең Аллаһ алдында иң яҡшыһы – күршеһенә ҡарата иң яҡшы булғаны” (әт-Тирмизи, Әхмәд йыйын­тыҡтарынан көслө хәҙис). 
Ибн Муҡаффәғ тигән изге сәләфтең күршеһе бурысын ҡайтарыу өсөн өйөн һатырға булған. Был ваҡыт Ибн Муҡаффәғ шул йорттоң күләгәһендә ултырған икән. Әлеге хәбәрҙе ишеткәс, ул: «Әгәр күршем бурысы арҡаһында өйөн һатырға булған икән, мин уның өйөнөң күләгәһе хаҡын үтәй алмағанмындыр», – тигән дә, барып, күршеһенең бурысын түләгән. Белеүегеҙсә, башҡорт халҡында «Күрше хаҡы – тәңре  хаҡы» тигән әйтем бар. Ислам динендә бала саҡтан уҡ тәрбиә­­ләнгән ата-бабаларыбыҙ күрше хаҡының бөйөк һәм етди булғанын яҡшы аңлағандыр, әлбиттә. 
  Күрше хаҡын ҡайғыртмаған кеше оло гонаһ ҡыла һәм үҙен Аллаһы Тәғәләнең язаһына дусар итә. Мөхәммәт бәйғәмбәргә көндөҙ ураҙалар тотоп, төндәрен нәфел намаҙҙар уҡыған, ләкин күршеләрен теле менән рәнйеткән ҡатын тураһында әйткәс, ул уның тураһында: “Утҡа эләгәсәк!” – тигән («Әл-Бохари, Әхмәд йы­йынтыҡ­тарынан). Аллаһ һаҡлаһын! Мосолман кеше күршеһенең ниндәй хәлдә булыуын белешеп тә торорға тейеш, сөнки: “Кем туйған ваҡытта эргәһендәге күршеһе ас тора, шул мөьмин түгел”, – тигән. 
Беҙ йыш ҡына эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр менән үҙ-ара дошман уҡ бул­маһаҡ та, уларға мосолман булараҡ, тейешле бурыстарыбыҙҙың яртыһын да үтәмәйбеҙ. Ҡиәмәт көнөндә күршеләребеҙ беҙҙән хаҡтарын талап итә башлаһа, яуап бирә алырбыҙмы икән, шуны уйлап йәшәйек! Күршегеҙ икенсе диндән булһа ла, уға ҡарата ғәҙел булығыҙ – бәлки, һеҙҙең эштәрегеҙ һәм яҡшы мөғәмәләгеҙ уның күңелен йомшартыр һәм ул исламды ҡабул итер. 
Аллаһы Тәғәлә беҙгә динебеҙҙе яҡшы өйрәнеп, күршебеҙгә ысын мосолман кеүек яҡшы мөғәмәләлә булырға насип итһен. Амин!

 Әбү Әхмәт хәҙрәт.

Читайте нас: