Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Март , 07:00

Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел

Ғүмәр – тоғро дүрт хәлифәләрҙең  береһе. Мөхәммәт бәйғәмбәр  заманында ул ислам динен ҡабул иткән һәм уның ваҡытында иң яҡын дуҫтарының береһе булып һаналған рухлы кеше була.


Ғүмәр түрәлек эшенә ҙур әһәмиәт биреп, тоғро һәм ғәҙел булырға тырышты. Күп ваҡытта төндә йоҡла­майынса, берәй кеше минең ярҙамыма мохтаж түгелме икән,  тип урамдар буйлап төнө буйы йөрөп сыға ине. Шулай бер ваҡыт Мәҙинә урамдары буйлап йөрө­гәндә,  үҙ өйө янында ҡойма буйында бер гонаһ эшләүсене күреп  ҡала ла, уға ҡысҡырып: «Һинең шулай өйөңдә ҡасып гонаһ эшләп ултырғаныңды Аллаһ күрмәйҙер, тип уйлайһыңмы?» – тип өндәшә. Был әҙәм уға: «Эй Ғүмәр, һин минең гонаһ эшләүемде күрҙең. Әммә үҙең дә бер юлы гонаһ ҡылдың. Беренсенән, Аллаһы Тәғәлә: «Бер-берегеҙ артынан ҡарап, күҙәтеп, тикшереп  йөрөмәгеҙ», – тип әйтә. Ә һин минең арттан ҡарап, күҙәтеп, тикшереп йөрөү­селәрҙән булдың. Икенсенән, Раббыбыҙ: «Үҙегеҙҙең йортоғоҙҙан башҡа берәй йортҡа инергә теләһәгеҙ, рөхсәт һора­майынса һәм йорт эйәләренә сәләм бир­мәйенсә тороп, керә күрмәгеҙ», – тип әйтә. Ә һин минән рөхсәт һораманың. Өсөнсөнән, Аллаһы Тәғәлә: «Йорттарға ингән ваҡытта ишектәр аша ғына  инегеҙ», – тип әйтә. Ә һин ишектән ин­мәйенсә, ҡойма башынан ғына өндәш­тең», – тип яуап бирә гонаһ  ҡылыусы.
Был һүҙҙәрҙе ишеткән Ғүмәр ике ҡулы менән йөҙөн ҡапланы һәм аҡырып илап ебәрҙе лә, боролоп китеп барҙы. Был төндөң иртәнге намаҙында Ғүмәр шул тиклем илай, артында баҫып тороусылар  уның намаҙҙа нимә уҡығанын да аңлай алмай ҡалдыҡ, тиҙәр. Иртәнге намаҙ уҡылып бөткәндән һуң, төндә гонаһ ҡылған кеше Ғүмәр янына килеп: «Мин төнөн һине күргәндән алып башҡа гонаһ эшләмәҫкә Аллаһы Тәғәлә алдында вәғәҙә бирҙем һәм тәүбә иттем. Эй Ғүмәр, һиңә ҡаты итеп өндәш­кә­нем өсөн мине ғәфү ит», – тине. Ғүмәрҙең   күҙ­ҙәрендә  йәштәр күренә ине.  Ул да, әлеге кешегә өн­дәшеп: «Аллаһтың рәхмәте яуһын һиңә, эй Аллаһ бәндәһе. Һин миңә бик ҙур һабаҡ бирҙең. Әгәр ҙә рәнйеткән булһам, ғәфү ит мине», – тип әйтте.
Был хикәйәнән күренеүенсә, башҡа кешенең кәмселектәрен күҙәтеп, тикшереп йөрөү, кеше тураһында насар уйлау гонаһтары иҫерткес эсемлектәр эсеп, сусҡа итен ашауҙан бер ҙә кәм түгел.
Сөнки Аллаһы Тәғәлә: «Эй иман килтереүселәр, күп төрлө уйҙарҙан, уйланыуҙарҙан, кеше тикшереп, күҙәтеп йөрөүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән һаҡланығыҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ, был ғәмәлдәрҙән һаҡланығыҙ, инде гонаһ эшләгән булһағыҙ, тәүбә итегеҙ», – ти. Кешенең өҫтөндә энә ҡәҙәре етешһеҙлекте күреп, үҙеңдең  оло  кәмселегеңде күрмәйһең икән, башҡаларҙың насар ҡылыҡтарын, кире яҡтарын күҙәтергә ваҡытың  ҡалмаҫ.
Эй һөйөклө дуҫым!  Аллаһтың һөйөклө бәндәһе булырға теләһәң, үҙеңдең  кәмселегең өҫтөндә эшлә. Әхлаҡлы, тәүфиҡлы, иманлы булырға тырыш. Етешһеҙлек күрәһең икән, матур һүҙ менән йәки үҙең үрнәк күрһәтеп, уны дөрөҫ юлға баҫтырырға тырыш.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: