Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Ғинуар , 07:00

Хоҙайҙың рәхмәтенән өмөтөң өҙөлмәһен

Был тормошта кеше төрлө хәлгә тарый – ауырлығын да, еңеллеген дә, ҡыуаныс-шатлығын да, ҡайғыһын да кисерә. Бәғзе саҡта проблемалар күмеп ташлаһа, өмөтһөҙлөккә лә бирелеп китә. Ләкин кеше бер ваҡытта ла Аллаһтың рәхмәтенән өмөтөн өҙөргә тейеш түгел. Раббыбыҙ тураһында гел яҡшы уйҙа, ҡарашта булырға һәм шуны аңларға кәрәк: яҡшыһы ла, яманы ла – унан. Ошо яҙмышты аңлау, Хоҙайға, ул биргән тәҡдиргә иман килтереү кешегә йәшәргә көс бирә, рухын нығыта. Ниндәй генә хәлгә тарыһаң да, уны сабыр итеп матур үткәреү шарт.

Аллаһы Тәғәлә минең хәлемде яҡшыртыр, ошоно яҡшырағы менән алмаштырыр, тигән эске ышаныс булдырырға кәрәк. Нимә генә булһа ла, Аллаһы Тәғәлә миңә иң хә­йер­леһен, яҡшыһын бирә, тигән уйҙың нығыныуы мөһим. Сөнки беҙ беҙҙең өсөн ни хәйерле икәнен бел­мәйбеҙ. Әгәр ҙур ҡыйынлыҡ килде икән, уйларға кәрәк: Аллаһ ошо арҡылы мине тағы ла хәтәренән, насарынан ҡурсалай, ошо хәлемде хәйерле итә. Мәҫәлән, бөгөн берәү лып төшөп ауырып ята, ти. Бәлки, Аллаһ уны ошо юл менән ниндәйҙер ҙур гонаһ ҡылыуҙан ҡурсалайҙыр. Һау булһа, әллә ниндәй золом ҡылып, гонаһҡа батып бөтөр ине, бәлки... Әлбиттә, Аллаһты бер нәмә менән дә сағыштырырға ярамай, әммә ошо хәлде ябай ғына аңлатырға була: әсәй, атайҙар беҙҙе берәй нәмәгә әрләй, ниҙәндер тыя икән, беҙҙе ҡурсалағандан, ярат­ҡандан бит...
Кеше гонаһ ҡылғанда ла Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙөргә тейеш түгел.
Ҡөрьәндең «Зумр» («Халыҡ өйөрө») сүрәһенең 53-сө аятында: «Әй, үҙ нәфселәре (ҡомһоҙлоҡтары) арҡа­һында хаттин ашҡандар (сиктәрҙе уҙғандар), Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ. Аллаһ – тәүбә иткән барса гонаһлыны ярлыҡаусы. Хаҡтыр, Ул сикһеҙ ярлыҡаусы, хәтһеҙ мәрхә­мәтле», – тиелә. Ләкин был, һуңынан тәүбә итермен, тип аҙғынлыҡ ҡылып, хаттин ашырға ярай, тигән һүҙ түгел. Раббыбыҙ барын да күреп, белеп тора.
Кеше күп гонаһ ҡылһа ла, хатаһын аңлап, ихластан тәүбәһенә килһә, башҡа ошондай ҡырын эштәрен ҡалдырһа, уны ғәфү иткәнен ошо аяттан аңлайбыҙ.
«Гонаһтарым күп булыу сәбәпле, Аллаһ мине бер ҡасан да ғәфү итмәҫ», – тип уйлау – хата. Шайтан: «Һин – гонаһлы. Аллаһ һине ғәфү итмә­йә­сәк», – тип әҙәмдең күңеленә үәсүәсә һалып тора.
Беҙҙең халыҡта шундай ҡараш нығынған: «Ғүмер буйы диндән алыҫ булдым, эстем, гонаһ ҡылдым, хәҙер, ҡартайғас, намаҙға баҫыуҙан ниндәй фәтүә?» Был – дөрөҫ ҡараш түгел. Кешенең йәне алҡымына килгәнсе, әгәр ул ысын күңелдән тәүбә итһә, ғәфү һораһа, Аллаһ уны ғәфү итә, ярлыҡай. Шуға өмөттө өҙмәҫкә кәрәк.
Кеше – гонаһлы зат. Берәү ҙә фә­рештә түгел. Ул шайтандарын еңеп, тәүбәһенә килеп, иманы нығынып, тоғро юлға төшкән икән, бик хуп. Ҡөрьәндең «Мәәидә» («Аш табыны») сүрәһенең 93-сө аятында: «Улар ысын күңелдән (гонаһ эшләүҙән) һаҡланһа, имандарын һаҡлаһа, тағы ла изгелек ҡылһа, иман килтергән һәм изгелек ҡыл­ғандарға элекке ашап-эскәндәре (гонаһтары) өсөн гонаһ юҡ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата», – тиелә. Тәүбәһенә, иманына килгән кешене элекке гонаһтары өсөн битәрләү ярамай. Хәйер, кешене тикшерергә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ ҡына барыбыҙға хөкөмдар.
Мосолман кисәге көн менән йә­шәргә тейеш түгел. Бөгөнгөһө һәм иртәгәһе ниндәй була – шуныһы мөһим. Аллаһтың рәхмәте тураһында аяттар күп. Ул: «Минең рәхмәтем бөтә нәмәне солғай», – ти.
Бөттөм, тип шайтандың мәкеренә бирелмәгеҙ. Төҙәлергә, Бөйөк заттың рәхмәте менән яҡшыраҡ булырға тырышығыҙ.
Бәйғәмбәр саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең үлеренән өс көн алда әйткән һүҙҙәре бар: «Һеҙҙең аранан берәү ҙә үҙенең Аллаһ тураһындағы фекерен яҡшыртмай тороп үлмәһен».
Һәр беребеҙ: «Аллаһ – яҡшы зат, ул минең менән яҡшы мөғәмәлә итер», – тип уйлаһын.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: