Бөгөн иһә бер нисә сәғәт элек тыуған баланың да фотоһын социаль селтәрҙәргә ҡуялар, бер ни тиклем башын тота башлауға уҡ матур кейем кейҙереп, барыһына күрһәтеү ғәҙәти хәлгә әйләнде. Сабыйҙы сит-ят күҙҙән ҡурсалау, күҙлектермәү тураһында береһе лә уйламай.
Күҙ тейеү тураһында Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Күҙ тейеү хаҡ. Ул әҙәмде – ҡазаға, дөйәне ҡаҙанға индерә», – тип әйткән.
Сер түгел, арабыҙҙа беҙҙең уңыштарыбыҙға, матур тормошобоҙға, бәхетебеҙгә көнләшкән кешеләр бар.
Ҡайһы берәүҙәр ҡапыл ғына ауырып китә. Дауаханала тапшырылған анализдар ҙа, тикшеренеүҙәр ҙә барыһы ла яҡшы булыуын күрһәтә. Күҙ тейеү ҙә кешене хәлһеҙләндереүгә, күңел тыныслығын тапмауға килтерергә мөмкин. Күҙ тейгәнен белмәй, шифа табыуҙың ниндәй ысулдары бар – барыһын да ҡулланып, ауырыу менән яфаланған кеше, хәле еңеләймәгәс, иң һуңынан Раббыһына борола. Бына шул ваҡытта Аллаһтан ярҙам һорап ялбара башлай һәм ул еңеллекте Ҡөрьән сүрәләрендә таба. Аллаһ Тәғәләнең беҙгә ебәргән һәр ауырыуына Уның дауаһы бар. Тик ихлас күңел менән Аллаһтан шифа һорарға кәрәк.
Нисек яман күҙҙән һаҡланырға һуң?
Беҙгә һоҡланғандарында: «МәшәАллаһ! Лә куввәтә иллә билләһ» (Аллаһ шулай теләгән. Уның ҡөҙрәтенән ҙур бер нәмә лә юҡ!) – тип әйтәбеҙ икән, бер ниндәй зыян теймәйәсәк.
Күҙ тейеп барғандарға һәр ваҡыт тәһәрәтләнеп, «Әл-Фатиха», «Ихлас», «Фәләк», «Нәс» сүрәләрен, «Аятел-Көрси»не уҡып йөрөргә кәрәк.
Күҙ тейгән кешегә «Ҡәләм» сүрәһенең 51–52-се аяттарын (Уҡылышы: «Вә иййәкәәдүл-ләз̣иинә кәфәруу ләйүзликуунәкә би-әбсаариһим ләммәә сәмигуз̣-з̣икра вә йәкуулүүнә иннәһү ләмәҗнүүн. Вә мәә һүә илләә з̣икрүл-лил-гааләмиин») уҡыу ҙа шифа бирер.
Доғаның һәр кемгә бәрәкәте бар.