«Ризҡ» – ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә ризыҡ тип кенә тәржемә ҡылынмай, ул – бөтөн яҡшылыҡ (русса «благо»). Балалы булыу ҙа, бәхетле булыу, күңел тыныслығы ла – ризыҡ. Хәләл ефетең менән хәйерле итеп тормош көтөүең дә, балаларыңдың тәүфиҡлы булыуы ла – барыһы ла «ризыҡ» терминына инә. Был ниғмәттәрҙе кешегә Аллаһы Тәғәлә биргән. Былар тураһында кеше уйлап та бирмәй, ғәҙәти күренеш һымаҡ ҡабул итә. Шул булғандары бөткәс кенә кеше уның ҡәҙерен аңлап ҡала.
Күңел тыныслығы юғалғанда, берәй бәлә-ҡазаға тарығанда әҙәм балаһы барыһын ғәйепләй башлай. Бер ҡасан да ғәйепте үҙенән эҙләмәй. Мине сихырлағандар, күҙ тейҙергәндәр, көнләшәләр, тип уйлағандар бар. Был турала бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
«Дөрөҫлөктә, үҙенең ҡылған гонаһтары сәбәпле, Аллаһтың ҡолоноң (кешенең) ризығы кәмей», – тигән.
Был хәҙистән шул аңлашыла, кеше гонаһ ҡылған һайын уның ниғмәттәре кәмей. Әҙәм балаһының ризығы кәмеһә, башына төрлө бәлә-ҡаза килә. Ауырлыҡтар, һынауҙар, хатта күңелдәге борсоуҙар кешегә үҙенең ҡылған гонаһтары өсөн бирелә. Ниғмәттәрҙең кәмеүе төрлөсә булыуы мөмкин. Кемдеңдер сәләмәтлеге бөтә, бәғзеләр күңелендә Аллаһ менән бәйләнеште юғалта. Ҡайһы кешеләр гонаһтар ҡыла, ләкин ниғмәттәренең кәмеүен һиҙмәй. Дөрөҫ, һиҙмәй генә. Күңел тыныслығының юғалыуын, балаларының тәүфиҡһыҙ булыуын, хәләл ефете менән һыйышмауын һәм башҡа һиҙҙермәй генә яйлы ғына барған тормошоноң ҡомға терәлә барыуын аңлай алмай. Тыштан ҡарағанда барыһы ла һәйбәт һымаҡ, ә асылда бәхет юҡ.
Аллаһ биргән ниғмәттәр һанап бөткөһөҙ. Юғалтҡан ғына бының нимә икәнен аңлай.
Сәләфүс-салих ғалимдары: «Мин гонаһ ҡылһам, бының нәтижәһен ҡатынымдың тиҫкәре холҡонда һәм атымдың насар ҡыланышында күрәм», – тип әйткән.
Гонаһ ҡылыу менән шунда уҡ яуабын – язаһын алабыҙ.
Ҡайһы осраҡта ҡылған гонаһтарҙың әжере үҙеңдә түгел, балаларыңда сағыла. Ибн Кәҫир үҙенең тәфсирендә килтерә: Әбил-Биләд Ибн Бәдргә мөрәжәғәт иткән:
«Минең йәш саҡта һуҡырайыуымдың сәбәбе нимәлә?»
Ибн Бәдр яуап итеп:
«Бының сәбәбе булып атайыңдың гонаһтары тора», – тигән.
Ғәли радыяллаһү ғәнһү: «Бәлә-ҡаза гонаһһыҙ ебәрелмәҫ, тәүбәһеҙ ҡотолоу тапмаҫһығыҙ», – тип әйткән.
Проблемаларҙан ҡотолорға теләһәк, тәүбә итергә кәрәк. Шуның менән генә ҡотолоп булыр.
Илшат Хафизов.