Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Ноябрь 2023, 07:00

Изге ғәмәлдәрҙең әжере

Кеше ниндәй генә ғәмәл ҡылмаһын, ул уның һөҙөмтәһен был донъяла йәки Ахирәттә күрәсәк. Шуға дәлил булараҡ бер ғибрәтле хикәйәт тә бар.

Ике кеше оҙон сәфәргә сығып китә. Төн еткәс, улар йоҡлар өсөн бер тау ҡыуышлығына инә. Шул ваҡытта тауҙан бер ҙур таш тәгәрәп төшөп, мәмерйәгә ингән урынды ҡаплап ҡуя.  Нисек сығырға? «Был тотҡонлоҡтан беҙҙе Аллаһы Тәғәлә генә ҡотҡарасаҡ», – тип улар   Хоҙайға өндәшә.
Уларҙың береһе:
– Эй Аллаһ! Һауған һөттө ғаилә ағ­заларынан да алда мин  олоғайған ата-әсәйемә эсерә инем. Хатта улар йоҡлағанда ла һөтлө һауытымды тотоп уянғандарын көтөп ултыра тор­ғайным. Әгәр ҙә был ғәмәлде Һинең ризалығың өсөн ҡылған булһам, беҙҙе был бәләнән ҡотҡар! – ти. Таш аҙ ғына ҡуҙғала, ләкин унан сығырлыҡ юл булмай.
Икенсеһе:
– Эй Аллаһ. Мин эшселәрҙе ялла­ғайным. Уларҙың һәр береһенә эш хаҡы түләнем. Ләкин береһе уны алмайынса китте. Мин уның хеҙмәт хаҡын ҡулланып арттырҙым. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул эш хаҡын һорап килде. Мин уға, алдыңда күргән дөйәләр, һыйырҙар, һарыҡтар һәм ҡолдар барыһы ла һинең хеҙмәт хаҡың», –  тинем. Ул аптырап китте. Мин күр­һәткән малды ҡыуанып алды. Ошо ғәмәлде, Раббым, бары Һинең риза­лығың өсөн үтәгән булһам, ҡотҡар беҙҙе был бәләнән, – тип үтенә. Шунан таш урынынан ҡуҙғалып китә, сәйә­хәтселәр тау ҡыуышлығынан сыға.
Был риүәйәттән күренеүенсә, ауыр хәлдә ҡалған мосолман  иң тәүҙә, ярҙам һорап, Аллаһҡа доға ҡыла.
Бөтә бәйғәмбәрҙәр ҙә  ҡыйынлыҡ килгәндә Хоҙайға доға ҡылған. Мәҫәлән, Юныс бәйғәмбәр диңгеҙҙәге ҙур балыҡтың ҡарынына эләккәс тә, Аллаһтан ҡотҡарыуын һорай. Раббы­быҙ уның доғаһына яуап бирә. Сөнки Юныс ғүмер буйы Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылған, гел уны иҫтә тотҡан. Хоҙай доғаны изге ғәмәлдәребеҙгә ҡарап ҡабул итә.
Муса бәйғәмбәр заманында йәшәгән Фирғәүен боҙоҡлоҡ ҡылып ҡына йәшәгән. Ауыр хәлдә ҡалып, диңгеҙҙә бата башлағас, Хоҙайҙан ярҙам һорай. Әммә ул: «Һин бит Аллаһҡа ҡаршы килдең, насарлыҡ ҡылыусы заттарҙан булдың», – тип доғаһын ҡабул итмәй.
Ата-әсәйеңә изгелек ҡылыу ҙа – Аллаһы Тәғәлә ярата торған ғәмәл. Намаҙ уҡыусы, саҙаҡа биреүсе, мох­таждарҙы һөйөндөрөүсе, Аллаһ юлында көрәшеүсе лә уның яратҡан ҡолдарының береһе буласаҡ. Хоҙай ризалығына, әжер-сауабына  өмөт итеп, изгелекте ихлас күңел менән эшләү ҡайғы-хәсрәттән ҡотолоуҙың бер сәбәбе лә ул. Сер түгел, ҡайһы берәүҙәр был эште үҙен күрһәтеү, дан-шөһрәт ҡаҙаныу, аҡса эшләү, кешеләр алдында маҡтаныу өсөн эшләй. Ундай ниәт менән ҡылған эшкә әжер-сауап яҙылмай. Ҡиәмәт көнөндә был эш­тәребеҙ туҙанға ғына әүереләсәк.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: