“Аллаһы Тәғәлә әйтте: “Аллаһыға тиңдәш булдырмайса ғибәҙәт ҡылығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙгә ҡарата яҡшы булығыҙ” (“Ән-Ниса” сүрәһе, 36-сы аят). Беҙҙең был яҡты донъяға килеүебеҙгә ата-әсәләребеҙ сәбәпсе булған. Улар тормош мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, нисек тә булһа беҙҙе яҡшы кеше итергә тырышҡан. Әлбиттә, балаларҙың ата-әсәләренә ҡарата бурысы ҙур. Бала күпме генә тырышһа ла, уларға изгелектәре өсөн түләп бөтөрә алмай.
Әсәнең балаһы өсөн кисергәндәрен Аллаһы Тәғәлә китабы Ҡөрьәндә иҫкә ала. “Баланы әсәһе ауырлыҡ кисереп ҡарынында күтәрҙе һәм ауырлыҡ менән донъяға тыуҙырҙы. Һуңынан балаһын имеҙеү ике йылдыр. Миңә һәм ата-әсәңә рәхмәтле бул, үлгәндән һуң барығыҙ ҙа Миңә ҡайтасаҡһығыҙ”. Ҡәғбә тирәләй ауырыу әсәһен арҡаһына һалып тәваф ҡылып йөрөүсе бер кеше сәхәб Ғабдуллаһ ибн Ғүмәрҙе күреп: “Эй Ғүмәр, әсәйемде күтәреп хаж ҡылдырам. Бының менән мин уның хаҡын үтәйемме?” – тип һорай. Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр: “Һин был ғәмәлең менән уның һине ҡарынында йөрөткәндә булған бер ыңғырашыуы өсөн дә түләмәйһең”, – тип яуап биргән.
Атай-әсәй – мосолман кешеһенең бәхете һәм хәсрәте, йәннәте һәм тамуҡ уты. Бәхете – уларға изгелек ҡылһа, хәсрәте – уларҙы рәнйетһә. Донъяла ла, әхирәттә лә уңышҡа ирешеп, бәхетле булғың килһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һал.
✔ Уларҙы һөйөндөрөп, тормоштарын еңеләйтә торған эштәрҙе күберәк ҡылырға тырыш.
✔ Башҡараһы эштәрең тураһында уларҙың ҡиммәтле кәңәшенә ҡолаҡ һал.
✔ Ата-әсәйеңдең туғандарын һәм яратҡан дуҫтарын хөрмәт ит, был ата-әсәйеңде лә хөрмәт итеү булыр. Бәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтте: “Яҡшылыҡтың иң хәйерлеһе – атайың яратҡан кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булыу”, “Әсәйеңдең һеңлеһе йәки апаһы – әсә дәрәжәһендә”.
✔ Ата-әсәң менән бәхәскә инмә, уларҙан кер эҙләп, ғәйептәрен тикшермә. Хаталары булһа, матур ғына дөрөҫлөктө аңлатырға тырыш. Ғалим һәм тәбиғийн (сәхәбтәрҙән һуң килгән мосолмандар) Хәсән әл Бәсриҙән: “Ата-әсәне нисек төҙәтергә, нисек дөрөҫлөктө аңлатырға?” – тип һорағас, ул: “Улар тыныс булғанда һөйлә, асыулы булһалар, өндәшмә”, – тине.
✔ Атайың менән аралашҡанда үҙеңде унан өҫтөн ҡуйма, хатта бик дәрәжәле урында эшләһәң дә. Уларға бер һүҙ менән булһа ла ауырлыҡ килтереүҙән һаҡлан. Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) сәхәбәһе Әбү Һүрайра: “Атайыңдан алда барма, ул ултырмайынса ултырма, уға исеме менән өндәшмә!” – тине.
✔ Әгәр ата-әсәйең бүлмәңә инһә, улар ҡаршыһында йәмһеҙ ятма, уларҙан бейек урынға ултырырға тырышма, улар ҡаршыһында тәкәбберләнеп, аяҡтарыңды әҙәпһеҙ рәүештә һуҙып ултырма.
✔ Әсәйеңә өй эштәрендә булыш, атайыңа ла хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә онотма.
✔ Ата-әсәйең рөхсәт бирмәһә, сәфәргә сыҡма. Сығырға мәжбүр булһаң, уларҙы киҫәтеп ҡуй. Сәфәрең оҙон булһа, уларға хат яҙырға йәки шылтыратырға онотма.
✔ Ял ваҡыты булһынмы, башҡа ваҡытмы, ата-әсәйеңдең бүлмәһенә рөхсәтһеҙ инмә.
✔ Табын артында уларҙан алда ашай башлама. Аллаһҡа тоғро мөьминдәр малдарынан һөт һауғас та, ата-әсәһен һыйламайынса, үҙ балаларына эсермәгән.
✔ Ата-әсәйеңә бер ваҡытта ла ялған һүҙ һөйләмә, мосолман һәр ваҡыт дөрөҫлөктө һөйләргә тейеш.
✔ Һәр эштә лә ата-әсәнең ризалығын алырға тырыш. Сөнки “Аллаһтың ризалығы ата-әсәнең ризалығы менән, асыуы иһә ата-әсәнең асыуы менән бергә була”, – тиелгән.
✔ Ҡартайған көндәрендә улар өсөн малыңды ҡыҙғанма. Әгәр ата-әсәйең һинең турала ялыу белдерһә, был һинең өсөн хурлыҡ була. Ата-әсәйеңә ниндәй һаранлыҡ күрһәтһәң, шундай уҡ һаранлыҡты балаларыңдан күрерһең.
✔ Айырым торған осраҡта ла уларҙы онотма, барып хәлдәрен бел, уларҙы күстәнәстәр менән һөйөндөр.
✔ Ата-әсәйеңдең асыуынан һәм рәнйешенән һаҡлан. Кем үҙ өҫтөнә ата-әсәһенең рәнйешен ала, ул донъяла ла, ахирәттә лә хәсрәттә булыр. Кем ата-әсәһен ҙурлай, уны үҙ балалары ла ҙурлар.
✔ Ата-әсәйеңдән берәй нәмә һорар булһаң, яғымлы бул. Әгәр һорағаныңды бирһәләр, рәхмәтеңде белдер. Бирмәһәләр, уларға рәнйемә. Йыш һорауың менән ата-әсәйеңде борсома.
✔ Йәш булһаң да, кәсеп итеп аҡса эшләргә көсөң етһә, улар тапҡанды ғына ашама. Үҙең тапҡан аш тәмлерәк була.
✔ Әгәр никах йәки талаҡ мәсьәләһендә ата-әсәйең менән уртаҡ тел тапмаһаң, шәриғәткә ҡайт. Шәриғәт һиңә иң хәйерле юлды күрһәтер.
✔ Ата-әсәйең өсөн һәр ваҡыт хәйер-доғалар ҡылып тор. Улар вафат булып ҡәбергә ингәс тә, иң беренсе балалар доғаһына мохтаж була. Сөнки, хәҙистә әйтелгәнсә, үлгән кешегә үҙенән һуң ҡалдырған изгелекле балаһының доғаһы файҙа килтерә. Шулай уҡ башҡа хәҙистәрҙә яҙылыуынса, мөьмин бала мөьмин булып вафат булған ата-әсәһе өсөн саҙаҡа бирә, ураҙа тота, ҡорбан сала һәм хаж ҡыла ала.
Атай-әсәй боҙоҡ булһа ла, ислам дине уларҙы хөрмәт итергә ҡуша. Бер ваҡыт Әбү Бәкерҙең ҡыҙы Әсмә янына әсәһе килә, ул мәжүси була. Әсмә Аллаһ илсеһенән: “Әсәйем йомош менән яныма килгән, уның менән аралашайыммы?” – тип кәңәш һорағас, Пәйғәмбәребеҙ: “Эйе, әсәйең менән яҡшы мөғәмәләлә бул”, – ти. Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Раббың хөкөм ҡылды: унан башҡаға ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәңә изгелек ҡылырға. Әгәр уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡҡа ирешһә, һин уларға: “Уф”, – тип тә әйтмә, уларға тауыш күтәрмә, һәр ваҡыт йомшаҡ һәм мөләйем һүҙҙәр һөйлә. Уларға шәфҡәт итеп, рәхимлек ҡанаттарыңды йәй һәм әйт: “Йә Раббым, улар мине кескәй сағымдан мәрхәмәт менән үҫтергән кеүек, Һин дә уларға рәхимле булһаң ине” (“Әл-Исра” сүрәһе, 23 – 24-се аяттар).
Күренекле тәфсир ғалимы имам Мөжәһид: “Уларға “Уф” тип тә әйтмә!” – тигән аятты: “Уларҙы һүкмә, улар бит һине таҙалыҡта тотто”, – тип тәфсир ҡыла. Ысынлап та, әсәйең артыңды-алдыңды таҙартып, һине пак тотто. Ул нәжестәреңде йыуғанда, һинән бер нәмә лә өмөт итмәне. Бер ваҡыт ата-әсәйең ҡартайып, шундай мәшәҡәтле балалар хәлендә ҡалғас, уларға бер төрлө лә ризаһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай.
Шуныһын да онотмайыҡ: атай-әсәйҙәргә изгелек ҡылғанда ниәтебеҙ дөрөҫ булһын. Кешеләр беҙҙең турала яҡшы тип әйтһен, йәки йорто, байлығы миңә ҡалыр, тип ҡылынған яҡшылыҡтар Аллаһ ҡаршыһында ҡабул булмай. Саҙаҡаны нисек Аллаһ ризалығын өмөт итеп бирһәк, атай-әсәйҙәргә лә Уның ризалығы өсөн изгелек ҡылыу тейешле була.
“Ислам нуры” китабында Йософ хәҙрәт Шәрифуллин бер миҫал килтерә. Мәҙрәсәлә мираҫ ғилемен өйрәнгәндә мөғәллим: “Бөтә ир балаларға бер тигеҙ өлөш бирелә”, – тигәс, бер шәкерт шундай һорау бирә: “Бына беҙҙең өләсәйҙең дүрт улы бар. Береһе уны ҡарай, ә ҡалған өсәүһе ҡарамай. Дүртеһе лә мираҫты тигеҙ аламы?”. Мөғәллим: “Әллә ул балаһы әсәһен мираҫ өсөн ҡараймы?” – ти. Ысынлап та, хәҙерге ваҡытта мираҫ тураһында бәхәс сыҡһа, балалары кем ата-әсәһен ҡараған, кем дауаларға аҡса биргәнен иҫәпләй башлай. Был эштәр уның изге бурысы. Кемдер был бурысҡа яуаплы ҡарамаған икән, Аллаһ ҡаршыһында яуап бирәсәк. Ә мираҫ барлыҡ балаһына ла тигеҙ бүленергә тейеш.
Сәхәбтәр, бәйғәмбәребеҙҙең уҡыусылары ата-әсә хаҡына шундай ҙур иғтибар биргән. Улар бөгөнгө рәхмәтһеҙ, әхлаҡһыҙ кешеләр кеүек, ата-әсәләренә ҡул, тауыш күтәреү түгел, хатта күтәрелеп ҡарарға ла оялған. Эйе, улар өсөн ата-әсәнең күҙенә ҡарау ҙа ҙур гонаһ булған.
Хәҙер үҙен юғары мәҙәниәтле халыҡҡа һанап йөрөүселәр, үҙҙәрен мосолманға һанаусы ҡайһы бер милләттәшебеҙ ата-әсәләренә ҡул, хатта бысаҡ күтәрә. Ҡайһы саҡта интернеттағы, гәзит-журналдағы яңылыҡтарҙы уҡып аптырауға ҡалаһың. Башҡорт, татар ауылдарында, ғаиләләрендә ғәзиз ата-әсәләрен туҡмап үлтереүселәр бар. Вафат булғас, ул енәйәтте ҡылған кешеләрҙе лә йыназа уҡып, кәфенгә төрөп, мосолман зыяратына күмәләр. Ерләүҙә ҡатнашырға теләмәгән дин әһелдәрен әрләйҙәр, ҡарғайҙар. Йәнәһе, ул да кеше – яңылышырға хаҡы бар. Ә ата-әсәһенә ҡул күтәргән, йәнен ҡыйған кешене мосолман тип әйтергә хаҡыбыҙ бармы? Халыҡ араһында шулай уҡ күп кенә әрләү, һүгенеү, олаҡтырыу һүҙ бәйләнеше “инәң”, йәғни әсә һүҙенән башлана. Беҙ быға хатта иғтибар ҙа итмәй башланыҡ. Ә бит был – оло гонаһ. Ул кеше кемдеңдер ғәзиз әсәһен фәхишәлектә ғәйепләй. Ә яла яғыу – тағы ла бер оло гонаһтарҙың береһе.
Эй Аллаһ, атай-әсәйҙәребеҙ иҫән булғанда уларҙың ҡәҙерен белергә, уларға изгелектәр ҡылып, бәхиллектәрен алырға насип ит барлыҡ мосолмандарға. Ахирәткә күскәс тә улар өсөн изге доғала булырға ярҙам ит.
“Ислам нуры” һәм “Тәрбиәле бала – мосолман ғорурлығы” китаптары буйынса Нургөл ШӘРИПОВА әҙерләне.