Хоҙай беҙгә фәрештәләрҙе күреү һәләте бирмәгән. Өммәтебеҙҙән фәрештәләрҙе күреү һәләте бирелгән берҙән-бер кеше ул – Мөхәммәт бәйғәмбәр. Ябраил фәрештәне Аллаһ барлыҡҡа килтергән сүрәттә ул ике тапҡыр осрата.
Аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә әйтелеүенсә, кеше ҡиәфәтенә ингән фәрештәләрҙе башҡалар ҙа күрә ала. Аллаһ уларға күркәм ҡиәфәт биргән. Төҫкә матур ҡатындарҙы юҡҡа ғына фәрештә менән сағыштырмайҙарҙыр. Улар ҡиәфәттәре һәм ҙурлыҡтары менән бер-береһенә оҡшамаған. Күктәрҙә йәшәйҙәр һәм Хоҙайҙың әмере буйынса ергә төшәләр.
Бөйөк Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылған кешенең йорто мәсет тип һанала, сөнки ул унда намаҙ уҡый, зикер ҡыла. Доғалар өйҙө нурландыра, ҡотло итә, рәхмәт фәрештәләрен саҡыра. Ата-әсәһен ҡыйырһытҡан, туғандары менән асыуланышҡан һәм аралашмаған йортҡа рәхмәт фәрештәләре инмәҫ. Йорт эсендә етем малы ашалһа, өҫтәлдә хәрәм ризыҡ, стенала фотоһүрәттәр эленеп торһа, эт аҫыралһа, был урынды урап үтерҙәр.
Был заттар әҙәм балаһының уйын да уҡый ала. Хираман һәм Кәтибин фәрештәләре – кешенең ниәтен дә, ҡыла алмаған ғәмәлдәрен дә яҙа. Тыуғандан алып үлгәнгә тиклем һәр кешегә бер фәрештә тәғәйенләнә. Ул уны изгелек ҡылырға илһамландыра, яуызлыҡтан тыйылырға ярҙам итә, улар беҙҙе һаҡлап йөрөтә. Хатта әсә ҡарынындағы яралғыны ла хәстәрләп торғаны бар.
Аллаһ рәсүленең: «Ҡиәмәт көнөндә 70 мең теҙген кейҙерелгән Йәһәннәмде килтерерҙәр. Уны 70 мең фәрештә тотоп торор», – тигән һүҙҙәре лә фәрештәләрҙең күплеген дәлилләй. Улар Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу һәм әмерҙәрен үтәү менән мәшғүл. Төндә лә, көндөҙ ҙә арымай-талмай тәсбих әйтәләр.
Мосолман булараҡ, был изге заттарға беҙ ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ.