Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Март 2023, 12:03

Рамаҙан шәриф мөбәрәк булһын!

23 мартта рамаҙан шәриф айы башлана. Ислам диненең биш терәгенең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү, сабырлыҡ, сәләмәтлек һәм тәрбиә айы булған рамаҙан шәриф мөбәрәк булһын!

Ураҙа тотоу кешеләрҙе:

– Йәһәннәм утынан һаҡлай. Бәй­ғәмбәребеҙ хәҙисендә: «Кем Аллаһы Тәғәлә юлында бер көн ураҙа тотһа, Аллаһ уның йөҙөн 70 йыл оҙонлоғонда уттан йырағайта», – тип әйткән (Мөслим).
– Боҙоҡлоҡтан һаҡлай. «Кем насар һүҙҙәрҙән һәм гонаһ, боҙоҡ эштәрҙән һаҡланмай, уның ураҙа тотоуына Аллаһы Тәғәләнең хәжәте юҡ» (Ибн Мәжжәһ).
– Ауырыуҙарҙан һаҡлай. Ураҙа тотҡан кешенең организмынан артыҡ тоҙҙар һәм башҡа зарарлы матдәләр сыға. Шулай уҡ кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарынан арына, ҡандағы холестерин кимәле кәмей. Бәйғәмбәребеҙ: «Ураҙа тотоғоҙ — һауығырһығыҙ», — тигән (Тәбәрөни).
«Ураҙа» – фарсы һүҙе, «рүз» һүҙенән «көн» тигәнде аңлата. Ә «руза» — көн буйы, йәғни ураҙа тотоу. Ураҙаның фарызы өсәүҙер: ниәт итеү, ашау-эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу. Ураҙа тотоу һәр бер бәлиғ һәм аҡылы камил булған мосолман ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға фарыз.

Ураҙа тотоу тәртибе

Ҡояш ҡалҡҡансы 2 сәғәт алдан сәхәр ашайбыҙ. «Иртәнге сәхәр ашы менән иртәнге намаҙ ваҡытының араһы илле аят ҡәҙәрле ваҡыт», — ти бәйғәмбәребеҙ хәҙисендә. «Әгәр иртәнге намаҙға аҙан ишетелһә (сәхәр ашап ултырғанда), ашау-эсеү һауыты ҡулығыҙҙа булһа, ашап бөтмәйенсә һауытығыҙҙы ҡуймағыҙ» (Әбү Дауыт).
Ашап бөткәс, доға уҡып ниәт әйтелә.
Ҡайһы бер мосолмандар иртән торғоһо килмәй, ниәт иткәндән һуң ашамай ғына кире ята. Бының ураҙаға ҡаршылығы юҡ, ә һаулыҡ өсөн ашау кәрәк.
Ниндәй сәбәптәр ураҙаны боҙа:
1. Белә тороп ашау, эсеү («Әл-Бәҡара» сүрәһе, 187-се аят).
2. Үҙ теләге менән ҡоҫоу.
3. Күрем һәм нифәс осоро (бала тап­ҡан­дан һуң). «Бындай ваҡытта ураҙа тотмай, һуңынан ҡаза ҡыла инек, ләкин намаҙҙы ҡаза ҡылманыҡ», — тине анабыҙ Fәйшә.
4. Ашҡаҙанына йә ҡан тамырына туҡ­лыҡ­лы матдәләр индереү.
5. Белә тороп енси мөнәсәбәткә инеү.
Ошо сәбәптәр менән ураҙаһы боҙолған кешеләр кәффәрөт ураҙаһын тоторға тейеш, йәғни бер туҡтауһыҙ ике ай буйы ураҙа тоторға бурыслы. Ураҙа тотмаһа, 60 кешене туйҙырғансы ашата.

Ураҙа тотоусыларға
кәңәштәр

Ураҙа тоторға уйлағанда, иң мөһиме, алдан уҡ үҙеңде аслыҡ менән ҡурҡытмау: “Ҡайһылайтып ҡына ас йөрөрмөн, нисек кенә түҙермен?” – тигәнерәк уйҙарҙы уйлауҙан ҡотолорға кәрәк. Алдан уҡ ошондай уйҙар менән көйләнгән кешегә ураҙа тотоу бик ауырға тура килә.
 Әгәр инде кеше ураҙаны Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн тоторға ниәтләп, оло ғибәҙәт, сауаплы эш һәм гонаһтарҙың юйылыуына сәбәпсе икәнлегенә ныҡлы ышанып, ураҙаны алдан уҡ көтөп йөрөп, ҡыуанып тота икән, уға ураҙа тотоу бер ҙә ауыр булмаясаҡ, сөнки уның организмы, иң мөһиме – мейеһе шул уйға көйләнә. Бөтә булған ҡурҡыуҙы онотоп тотҡанда, ураҙа бик еңел үтәсәк. Тәүге 3 – 4 көндә генә аслыҡ тойғоһо һиҙелһә, һуңынан ул да булмаясаҡ, сөнки беҙҙең организм режим менән өҙлөкһөҙ ашауға яйланып бөткән һәм ашар ваҡыт еткән һайын ризыҡ талап итә, ә һуңынан инде ашҡаҙан да ас тороуға күнә.
Ураҙаны иртәнсәк ҡояш сығырға ике сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғандан алып, ҡояш тулыһынса байығансы тоталар.
Нисек ураҙа тотоуҙы еңеләйтеп була? Әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу менән. Нисек дөрөҫ туҡланырға? Беренсенән, организм өсөн иң мөһим булған һыуҙы етерлек кимәлдә эсергә кәрәк. Сөнки кеше ашамайынса айҙар буйы йәшәй алһа ла, һыуһыҙ өс көндән артыҡ йәшәй алмай. Кискелек, ифтар ваҡыты еткәс, ауыҙ асҡанда, 100 – 200 грамм тирәһе һыу эсергә. Иң тәүҙә 1 – 3 бөртөк финик ашап ҡуйыу ҙа сөннәт. Рамаҙан айында был емеш – өҫтәлдә иң мөһим ризыҡ. Ул витаминдарға бик бай. “Әгәр берегеҙ ураҙа тота икән, финик менән ауыҙ асһын, әгәр ул булмаһа – һыу менән, сөнки, дөрөҫлөктә, һыу –таҙартыусы”, тип әйткән бәйғәмбәр ғәләйһис–сәләм (Имам Әхмәд, Әбү Дауыт, Ибн Мәджәһ, Тирмизи). Ифтарҙа ашаған ризыҡ майлы, ауыр булмаһын, ә еңел эшкәртелә торған, витаминдарға бай ризыҡ булһын. Мәҫәлән, емеш-еләк, йәшелсә, йәшелсә аштары. Ҡамыр аштарынан, ит, картуф кеүек ауыр эшкәртелә торған ризыҡтарҙан ифтар мәлендә бөтөнләй баш тартып тороу яҡшы. Ашап алғандан һуң төнгө намаҙҙар ваҡытында һыуҙы күберәк эсергә кәңәш ителә. Мәҫәлән, тәрәүих намаҙҙарында, һәр ял итергә туҡтаған һайын, һыу эсергә мөмкин.
Ә сәхәр мәлендә ашаған ризыҡ аҡһымға бай булырға тейеш. Был ваҡытта күпләп һыу эсергә кәрәкмәй, сөнки был ашаған ризыҡтың яҡшылап эшкәртелмәгән көйө йыуылып төшөүенә генә килтерәсәк. Шуға һыуҙы сәхәр ваҡытына тиклем ярты сәғәт алдан ғына эсергә мөмкин. Төрлө сәтләүек, ярманан бутҡа, әҙерәк балыҡ йә ит, йомортҡа, һөт ризыҡтары, фасоль ашау яҡшы. Әсе, тоҙланған ризыҡты ашауҙан тыйылырға кәрәк, сөнки улар һыуһатып йөҙәтәсәк кенә.
Тағы ла ураҙа ваҡытында төштән һуңғы мәлдәрҙә 20 – 30 минут серем итеп алыу ҙа файҙалы. Был да сөннәт. Бик ныҡ һыуһап киткәндә ауыҙҙың, танауҙың эсен һыу менән сайҡатып алырға мөмкин, душта ҡойоноп алыу ҙа еңеллек килтерә. Тик һыуҙы яңылыш булһа ла йотоп ебәреүҙән һаҡланыу кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, ураҙаны боҙа тип, хатта төкөрөк йотоп ебәреүҙән дә ҡурҡа, был дөрөҫ түгел, төкөрөк йотоу ураҙаны боҙмай. Ураҙа тотҡан саҡта, оҙаҡ ашамай торғанлыҡтан, ауыҙҙан насар еҫ сығыусан. Бынан ҡотолоу өсөн тештәрҙе, телде мисүәк менән ышҡып таҙалап алырға мөмкин. Мисүәк ҡулланыуҙан ураҙа боҙолмай.
  Аллаһы Тәғәлә – кешене барлыҡҡа килтереүсе һәм уның өсөн нимә яҡшы, нимә насар икәнлеген Унан да яҡшыраҡ белеүсе юҡ. Ураҙа тотоуҙың кеше организмы өсөн бик файҙалы икәнлеген ғалимдар ҙа иҫбатлаған. Ураҙа тотҡанда күп ағза ял итә, йәшәрә, ауырыу күҙәнәктәрҙе һау күҙәнәктәр алмаштыра, мейе ҡан менән яҡшыраҡ тәьмин ителә, хәтер яҡшыра һәм башҡалар. Иң мөһиме – кеше үҙ нәфсеһен тыйып тоторға өйрәнә, уны тәрбиәләй, гонаһтарҙан, харамдан тыйыла.
Ураҙа – кешене яуаплылыҡҡа, түҙем­леккә, сабырлыҡҡа, ихласлыҡҡа өйрәтеүсе ғибәҙәт. Аллаһ ризалығын өмөт итеп ураҙа тотоусы барлыҡ мосолмандарға ла Аллаһтың рәхмәтенә, бәрәкәтенә, риза­лығына ирешергә насип булһын. Барлыҡ ҡылған изге уй-маҡсаттарына ирешергә яҙһын, иншәәаллаһ!

Хәсән Зарипов, 
Бөрйән районының имам-мөхтәсибе.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: