Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Февраль 2023, 07:00

Ризыҡты «Бисмилла» тип әйтеп әҙерлә

Ризыҡ әҙерләргә йыйынған хужа­бикә был эшкә тотонор алдынан ниәт доғаһын уҡып, “бисмилләәһир-рахмәәни­р-рахиим” тип тотонһа, был ризыҡ уны ашаусылар өсөн файҙалы ла, бәрәкәтле лә буласак. 


Һәр нәмәнең  әҙәбе булган кеүек, ашау-эсеүҙең  дә үҙ тәртибе, үҙ әҙәбе бар. Бешергәндә: «Эй Раббым, был ризыҡ бәрәкәтле, шифалы булһын, уны ашаусыларға иҫәнлек-һаулыҡ, тулы иман бир! Үҙеңдең һөйөклө ҡолдарың дәрәжәһенә күтәр!» – тип, шундай изге доғалар һәм теләктәр, яҡшы уйҙар менән әҙерләнгән ризыҡ уны ашаусыларға ла сихәт бирәсәк. Әгәр  күңелдә ауыр уйҙар бар, ә кәйефегеҙ юҡ икән, был ваҡытта ашарға беше­реүҙе кисектереп тороғоҙ. Сөнки беҙҙең уй-кәйефтәребеҙ ризыҡҡа ла тәьҫир итә.
Сит илдән килгән бер иманлы ханымдың ризыҡ бешергәндә: «Шифа булһын, иман булһын, нур булһын!» – тигән һүҙҙәрен ишеттем. Был һүҙҙәр бик тә күңелемә хуш килгәс, ул былай тине: «Доғалар менән бешерелгән ризыҡ шифалы була. Ашаған ризы­ғыбыҙ ҡанға һеңә, унан иманыбыҙҙы арттыра һәм ғилем-ғибәҙәт менән нурға әйләнә». Бик тә фәһемле һүҙҙәр. Тимәк, дөрөҫ әҙерләнгән ризыҡ тәнде сихәт­ләндерә.
Мосолман кешеһе ашаған сағында Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн көс туплау ниәте менән ашарға тейеш.
Раббыбыҙға мең шөкөр, беҙҙең илебеҙҙә бер телем икмәккә тилмереп йәшәүселәр юҡ. Аслыҡтан шешенеп, урамда йығылып ятыусыларҙы ла күрмәйбеҙ. Йыл һайын Ер шарында миллионлаған кешенең астан үлеүен уйлап, фекер йөрөтһәк, шөкөрҙәре­беҙҙе туҡтауһыҙ әйтерлек. Беҙҙең ил халҡына әлегә ҡәҙәр булған тормош- көнкүрешебеҙ өсөн зарланыу дөрөҫ булмаҫ ине.
Өҫтәлебеҙгә  ҡуйылған ризыҡтың һәр береһе өсөн шөкөр ҡылып, ҡәнәғәт ашау тейешле. Мөхәммәт бәйғәмбәр тарафынан Әбү Һурайра (р.ғ) аша килтерелгән хәҙисте үҙебеҙгә көндәлек ҡағиҙә итеп алһаҡ ине.
Ул былай тине: «Бәйғәмбәр бер ҡасан да ризыҡҡа тел тейҙермәне. Нимәнелер ашарға теләһә, шуны ашаны. Ә инде ҡайһы бер ризыҡ күңеленә хуш килмәһә, уны ҡал­дырҙы» ( Бохари, Мөслим).
 Аллаһтың илсеһе иҫерткес эсемлек булған өҫтәл артында ултырыуҙы һәм ҡорһаҡҡа ятып йәки терәлеп ултырып ашауҙы тыйған. Алтын һәм көмөш һауыттарҙан эсеү, ашауҙы ла ярамаған    тип һанаған.
Ашай башлар алдынан: 
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Аллааһүммә! Бәәрик ләнәә фииһи үә әтғыймнәә хайран минһү», – тип доға уҡыла. Мәғәнәһе:
«Эй Аллаһым! Беҙгә был ризыҡты бәрәкәтле ҡыл һәм унан яҡшырағын ашарға насип ит!» 
Ашап бөтөргәс:   
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһ. Әлхәмдүлил­ләәһ. Әлхәмдүлилләһилләзии әтъғә­мәнәә үә саҡаанәә үә җәғәләнәә минәл-мүслимиин», – тип доға ҡы­лырға.
Мәғәнәһе: 
«Маҡтау - шөкөрҙәр Аллаһҡа булһын! Ул беҙҙе ашатты, эсерҙе һәм мосолмандарҙан ҡылды».

Фатима ФӘТҠУЛЛИНА, 
Өфө ҡалаһының «Ихлас» мәсете эргәһендәге Вил Ҡазыханов исемендәге Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе.
 

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас: